АУЫРТҠАН ЕР
21 Июня 2021, 05:16

"Яптымизация" дауам итә

- Хаерле тон, Яна Морапталда больница ябыла... шул вопросны кутерагез але пожалуйста! 3000 население сельсоветта...

- Хаерле тон, Яна Морапталда больница ябыла... шул вопросны кутерагез але пожалуйста! 3000 население сельсоветта...
Был хаҡта теге саҡ Морапталға барғанда ла беҙгә һорау биргәйнеләр һәм, бына, яҙғандар ҙа.
- 15 июндән 8 урынлыҡ дауахананы яптылар. Ниңә икәнен аңлатып тороу ҙа юҡ. Башҡа ерҙәрҙә ФАП асалар, дауахана асалар тип яҙалар, беҙҙә, киреһенсә, ябалар. Дауханала эшләгән бер нисә кешене ҡыҫҡарттылар инде, унһыҙ буламы ни. Әлегә 3 айға ғына ябып торабыҙ тинеләр, тик быға кем ышанһын? Бынамын тигән дауахана, ремонт үткән, кереп ят та дауалан. Әле 200 -ләп ҡултамға йыйып, хат яҙҙыҡ - район башлығына ла, баш табипҡа ла. Файҙаһы булырмы, белмәйбеҙ, тик халыҡ барыбер өндәшмәй ҡалмаясаҡ.
Беҙ Мораптал дауаханаһы тураһында белешкән арала, Свободанан да шылтыраттылар - 5 койкалыҡ дауаханабыҙҙы беҙҙә лә яптылар.
2014 йылда ла ябып маташҡайнылар, бер кеше ҡапыл сирләп китте лә, уны ҡалаға алып барып еткерә алманылар - үлде. Урында дауахана булһа, бәлки, тере лә ҡалыр ине. Ул саҡта халыҡ урамға сыҡты, Өфөнән түрәләр килгән ине, арттарынан баҫтырып тоттолар, әйтә торғанын әйттеләр. Һәм дауахана кире эшләп киткәйне. Бына хәҙер тағын йоҙаҡ элделәр. Октябрь айына тиклем ябып торабыҙ тиҙәр, ә ниңә япҡандарын аңлатмайҙар...
Был турала материал ошо аҙнала гәзиттә баҫылыр.
Читайте нас