АУЫРТҠАН ЕР
9 Июля 2021, 08:13

КИШЕРГӘ ҠАЛҒАН КӨН

Бөгөн Ермолаево һәм Күмертауҙың күп кенә магазиндар буйлап үттек - кишер эҙләп. Илдә нимәгә иң күп хаҡ артҡан - кишер ҙә сөгөлдөргә, яңылыҡтар ҙа хатта шунан башлана, элек нефть хаҡын әйтһәләр, яңылыҡтарҙы хәҙер кишерҙән башлайҙар, бына замана, кишер ҙә алтынға бәрәбәр мәлгә килеп етербеҙ тип кем уйлаған?

Бөгөн Ермолаево һәм Күмертауҙың күп кенә магазиндары буйлап үттек - кишер эҙләп. Илдә нимәгә иң күп хаҡ артҡан - кишер ҙә сөгөлдөргә, яңылыҡтар ҙа хатта шунан башлана, элек нефть хаҡын әйтһәләр, яңылыҡтарҙы хәҙер кишерҙән башлайҙар, бына замана, кишер ҙә алтынға бәрәбәр мәлгә килеп етербеҙ тип кем уйлаған?
Кишер ҡайһы бер магазинда юҡ - һыпырғандар. Икенсе магазинда ике төрлө кишер таптыҡ, һары хаҡлыһы, 80 тәңкә. Банан һымаҡ арзан икән. Сөгөлдөрҙө лә алып бөтөп торалар, уға ла хаҡ ҡот осҡос артты - әллә барыһы ла кишер менән сөгөлдөр генә ашауға күсте, аптыраҡ. Беҙҙә бит нисек- берәй нәмәгә хаҡ арта тиһәләр, тота ла йүгерәләр: ала һалып ҡалырға кәрәк (тоҙ менән дә, ҡарабойҙай менән дә шулай булды).
Быйыл ауылдарҙа ла кишер бик уңмай тиҙәр, бына бәлә - кишерҙе лә, картуф, һөт, банан, помидор, һарымһаҡ һымаҡ, сит илдән генә һатып алып ашап ятырбыҙмы?
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас