Дума депутатына бирелгән иң актуаль һорауҙарҙың береһе шул булды - Һуғыш балалары тип кенәгә тараттығыҙ ҙа, уны ашап булмай, аҡса буламы-юҡмы? Күршеләр - Ырымбур өлкәһендә йәшәгән һуғыш балалары бишәр мең һум алған.
Һуғыш балалары категорияһына ингәндәрҙең, кемеһенә тейешле, шулар август аҙағы-сентябрь башында меңәр һум аласаҡ, тине Зариф Закир улы. Ә Ырымбурға килгәндә.... Бишәр мең һум алғандар тигәне имеш-мимештер ул, күршенең тауығы тураһындағы лаҡап һымаҡ.
Беҙ Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Чапаев ауыл хакимиәтенә шылтыраттыҡ: һеҙҙең һуғыш балаларына, ысынлап та, бишәр мең һум тараттылармы ни? Көнләшәбеҙ.
Чапаевтар беҙгә ошолай тип яуап ҡайтарҙы: былтыр һәр һуғыш ветераны, тол ҡатындар, тыл хеҙмәтҡәрҙәре 75 -әр мең һум алды, быйыл саҡ ҡына аҙыраҡ түләнек. Ә һуғыш балаларына, ҡыҙғанысҡа, түләй алманыҡ, ауыл хакимиәте, ҡулынан килгәнсә, сәй-шәкәр, сәскәләр өләште. Тиҙҙән һуғыш балаларына миҙал бирәсәкбеҙ, янында аҡсаһы ла, бәлки, булыр.