АУЫРТҠАН ЕР
10 Августа 2021, 08:45

Күҙ төшөрөгөҙ әле

Бөгөн төшкө аштан һуң беҙгә Башҡортостан транспорт министрлығынан киләләр. Мораптал янында һалынған яңы юлды ҡарарға. Ҙур федераль трассаны. Был юлда күптән түгел ремонт эштәре булғайны (эҙләнек - хаҡын табып булманы). Яңы - яңы инде, шәп юл, тип барыбер барыһы ла шәптән түгел икән.

Күҙ төшөрөгөҙ әлеКүҙ төшөрөгөҙ әле
Күҙ төшөрөгөҙ әле

Иҫке Морапталдан Яңыһына сыҡҡанда йәйәүлеләр өсөн тротуар юҡ, тәүге проектта ул булған, аҙаҡ сыйып ырғытҡандар - аҡса етмәгәндер. Хәҙер иҫке морапталдар был яҡҡа, яңылары теге яҡҡа йөрөй алһын өсөн, кеше һуҡмағы кәрәк, тимәк, өҫтәмә аҡса кәрәк. Уны ҡайҙан алырға? Был бер һорау. Оло түрәләр бер килгәнендә бер юлы трасса буйындағы туҡталыштарға) беҙ Ташкентта йәшәмәйбеҙ), юл ситендәге отбойниктарға ла күҙ төшөрһә ине. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас