

15 йыл буйы ремонт төҫөн күрмәгән бина ла ул, ҡурҡмай, нисек уҡып ултыраһың бында? Әле ниңә мәктәп асыҡ – һайлауҙарҙы көтәбеҙ. Беҙҙә бүтән һайлау үткәрер ер юҡ, шул Дума һайлауҙары үтеү менән, мәктәпкә йоҙаҡ эленәсәк, артабан инде нимә була: буш, һыуыҡ бина, йәштәр әле үк төндәрен тирә-яғын уратып ала, емерә башларҙар инде - иҫке заманға ҡалала йәнә бер һәйкәл барлыҡҡа килер.
Нисек булһа ла өмөт әлегә бар, сир бөткәнен көтәбеҙ, ул бөтһә, бәлки, яңы мәктәп тә булыр, инвесторҙарҙың файҙаһы ла күбәйер.
Пятки ҡасабаһы мәктәбе тураһында материал тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды.