

Бер нисә вазифалы кеше телмәр тотто, Ермолаево ауылы башлығы вазифаһын ваҡытлыса алып барған Марина Букреева һөйләргә менде.
Ауыл биләмәһендә һәммәһе 8 мең самаһы кеше йәшәй, 2 меңе пенсионерҙар. 190 шәхси эшҡыуар эшләй, Эре мөгөҙлө малдар һаны -138. 2 мәктәп эшләй, 5 балалар баҡсаһы. ФАП-тар 3-әү. Ҡунаҡбайҙа ФАП бар, фельдшер таба алмайым. Бөтөн амбулаторияларға ла ремонт кәрәк, аҡса юҡ. Имен булмаған ғаиләләр һаны артҡандан-арта. Әле беҙҙә 11 шунлай ғаилә бар, уларҙа 29 бала "тәрбиәләнә". Иң йәлләткәне - ошо балалар. Ермолаевола халыҡ кәмей, әле 9 айҙа ғына 830 кешене юҡалттыҡ ү халыҡ күсенеп китә. Эш юҡ. Эше булһа эш хаҡы аҙ. Хатта беҙҙең силсәүиттә эшләр кеше юҡ, ташлай ҙа китәләр. Аптыралған.