

"Бəлки, мине артыҡ күп нəмəгə бəйлəнə тиер, тик балалар менəн эшлəгəс был эшкə яуаплы ҡарарға тейеш тип уйлайым. Балалар бит уларҙың яуапһыҙлығы арҡаһында ас ултырырға тейеш түгел. Бына 28 октябрь уның менəн килешеү ваҡыты үтə, икенсе, эшенə яуаплы ҡараған тəьмин итеүсе табырға тырышырбыҙ. Тик уларҙы табыу еңел түгел, аутсорсинг менəн эшлəүе ауыр, шуға быға бик ризалашып бармайҙар. 2016 йылдан быйылғаса ризыҡты беҙгə икенсе кеше ташый ине, уның да бəлəкəй генə етешһеҙлектəре булды, шулай ҙа ул эшенə яуаплы ҡарап, иҫкəртеүҙəрҙе шунда уҡ ишетеп, төҙəтеп торҙо...".
Балаларҙы ашатыуҙа тыуған проблемаларға бәйле материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды.