

4 йыл элек яҙылған хәбәр. Ул саҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров булған. Министрҙар килә торҙо, китә торҙо, Яңы Таймаҫ ФАП-ы шул көйө тора торҙо. Был темаға беҙ генә, кәмендә, 6-7 тапҡыр яҙҙыҡ.
Вәғәҙәләр тыңлана торҙо. Быйыл республикала 44 модулле ФАП төҙөләсәк, йәл, был исемлектә беҙ юҡ. Улай-былай, аҡса артып ҡалһа, тәү сиратта Таймаҫта була ФАП тинеләр - аҡсалар артып ҡалмаясаҡ. Был турала бөгөн ҡаланың баш табибы Олег Астахов белдерҙе. Бер ҡышҡа ҡуян тиреһе лә сыҙаған, бәлки, киләһе йылда булыр?
- Киләһе йылда ла булмай, - яуап, таймаҫтарҙы ғына түгел, бөтәбеҙҙе лә тереләй һуйҙы.
Ниңә ҡайһы бер райондарҙа 3-4 ФАП-ты бер юлы ултырта ла ла ҡуялар (быйыл Кушнаренкола 3, Яңауылда - 6 (!!!) яңы ФАП төҙөләсәк) , ә беҙҙә берәү ҙә юҡ (былтыр Зәк-Ишмәткә яңы ФАП "яңғылыш" эләкте, зәктәр бәхетенә, бюджетта аҡса артып ҡалғайны).