Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
24 Января 2022, 13:08

"Жилкомсервис" кемгә кәрәк?

- Был һорауға яуап бирмәйем, сөнки өҫтә ултырғандарҙың фекерен яҡшы беләбеҙ. Был турала беҙгә асыҡтан-асыҡ әйтергә ярамай. Бер кемдән дә ҡурҡмай, һәр саҡ дөрөҫөн һөйләгән домком Замира Сибәғәт ҡыҙын беләм, шунан һорап ҡарағыҙ. 

"Жилкомсервис" кемгә кәрәк?
"Жилкомсервис" кемгә кәрәк?

Замира Ғизитдинова, Күмертауҙағы күп фатирлы бер йорттоң комитеты:
- Беләһегеҙме, был һорау менән беҙ ҡайҙа һәм кемгә генә мөрәжәғәт итеп ҡараманыҡ. Эш судҡа тиклем барып етте. Ләкин беҙ унда еңелдек. Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрына ла мөрәжәғәт иттек, ә мәсьәлә барыбер асыҡ ҡалды. Бында "Жилкомсервис" ғәйепле түгел, ә бөтөн бәлә юғарыларҙан килә. Нисә йыл көрәшкән был мәсьәләгә хәҙер ҡул һелтәнем. Барыбер берәү ҙә, бер нимә лә хәл итмәйәсәк. Нисек тә тағы ла насарыраҡ килеп сыҡмаһын тип ҡурҡа башланым хәҙер. Быны япһалар ҙа, халыҡты талай торған икенсе берәй нимә уйлап сығарасаҡтар. Хәҙер бер ҡайҙа ла дөрөҫлөктө тапмай торған аңлайышһыҙ ваҡытта йәшәйбеҙ. Берәҙәк эттәр мәсьәләһен дә әллә күпме күтәрҙек, тик был да бушҡа ғына булды. Мин дә арыным, нишләп нервымды бөтөрөп йөрөйөм әле, шуға күрә хәҙер ҡул һелтәп ҡуйҙым.

Материал тулы вариантта йома һанында баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: