БАССР-ҙың юбилейына булырға тейеш ине, булманы (2019 йыл), аҙаҡ та булманы, инде быйыл февралдән дә ҡалмай йөҙә башларбыҙ, улай ғына түгел, рөхсәт итһәләр, беҙҙең һымаҡҡа урын табылһа, саунаһына кереп, хатта сабынырбыҙ тигән өмөт тә бар ине. Сабындың!
Февралдә лә булмай әле. Ҡасан бассейн әҙер була, яҡынса, апрелдә. Әле соҡоронда һыу бар, вентиляция-ғәләмәте эшләнә, янғын хәүефһеҙлеге буйынса башҡаһы ла эшләнә, бассейн, ысынында, әҙер. Саунаһына мейестәр ҙә ҡайтып ултырған, хет хәҙерҙән яға башла. Тик Ростехнадзор ғына "Әҙер" тигән ҡағыҙҙы бирмәй. Улар килеп тикшереп, мисәтте һуғып, барығыҙ, сумығыҙ тигән кеүек рөхсәт ҡағыҙы бирергә тейеш. Тик был ойошма: ҡар иреп бөтмәйенсә килмәйем тигән, закон буйынса шулай булырға тейеш икән - барыһы ла кипкән, ҡоро ваҡыт. Ҡыҫҡаһы, ҡарҙар иреп, умырзаялар сығып, һыуҙар ташҡандан һуң асырбыҙ был күпте күргән басеейнды. Яҙға тиклем миндек көтөп тора.