

- Был закон - федераль закон, дәүләт, шулай итеп, власть вертикален нығыта. Беҙҙең район миҫалында нимә буласаҡ?
Ауыл башлыҡтары, тимәк, булмай, бөтә, ауыл депутаттары ла булмаясаҡ. Һайлау, ошо кимәлдә бөтөрөлә. Муниципаль округ була һәм урындағы етәксе (элекке башлыҡ урынына) район тарафынан тәғәйенләп ҡуйыласаҡ. Саҡ ҡына оҡшаманымы, район башлығы уны ала ла ташлай, әле бының өсөн ауыл депутаттары тауыш бирергә тейеш. Әлбиттә, ауыл биләмәләре эреләтеләсәк, мәҫәлән, Таймаҫ, Свобода, Зәк-Ишмәт бер биләмә булып китәсәк.
Әхәт Әхтәм улының фекере тулыһынса гәзиттең 21 ғинуар һанында баҫылды.