АУЫРТҠАН ЕР
29 Ғинуар 2022, 04:21

Бәхил бул, силсәүит

Фәнис Рахманғолов, Свобода ауылы биләмәһе башлығы:

Бәхил бул, силсәүитБәхил бул, силсәүит
Бәхил бул, силсәүит

- Әллә, был нәмә һаман башҡа барып етмәй, дөрөҫөрәге, ул турала уйларға ваҡыт юҡ. Әле К-700-ыбыҙ ватылып ултыра, юл таҙартырға техника юҡ. Силсәүиттәрҙе бөтөрһәләр, әллә, уның бер яҡшылығы ла булмаҫ ул. Һыу проблемаһын беҙҙән алабыҙ тиҙәр, һыу системаһын йүнәткән бер ойошма ғына булһа, бөтөн ауылдарға ул нисек өлгөрһөн? Сүп, янғын хәүефһеҙлеге, вакцинация, тағы әллә күпме һорауҙар... Эреләтһәләр, Тимербай кешеһе, шул справка тип, Таймаҫҡа барырға тейеш була инде, бының ниндәй һәйбәт яғы булһын. Беҙҙең эш справка таратып ултырыуҙа ғына тормай бит. Әгәр ҙә Үҙәк Кинйәабыҙҙа булһа, мин риза, әйҙә, бөтөрһөндәр силсәүитте.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас