

- Силсәүиттәр бөтә тигәс тә, структураһы ғына үҙгәрер, моғайын. Эреләтеү булыр инде. Өҫтән район башлығы тарафынан «үҙ» кеше ҡуйыласаҡ. Был насар. Әлеге көндә беҙ аяҡ терәп ҡаршы әйтә, бәхәсләшә алабыҙ, «беҙҙе халыҡ һайлап ҡуйҙы» тибеҙ. Әйтеүе генә анһат, ауыл башлығы посына һайлау иләктәрен үтеүе еңел түгел, ысынлап та, әле беҙҙең артта халыҡ тора. Ә киләсәктә... Бының яҡшылығын күрмәйем.
Нурия Нуриман ҡыҙының был реформа тураһында фекере тулыһынса гәзиттең 21 ғинуар һанында баҫылды.