

- Был закондан бер яҡшылыҡ көтмәйем, уға кире ҡараштамын, тик кем беҙҙән һорап торор икән? Әле беҙҙең биләмәлә 10 ауыл, беҙ һәр бер тыҡырыҡты, һәр ҡыуаҡты беләбеҙ, ниндәй ғаилә нисек йәшәп ята, ниндәй нәҫел, уларҙың ҡылыҡ-фиғеле, холҡо тигәндәй. Бөтөн инфраструктура беҙгә яҡшы таныш. Ә эреләтеп, ауыл хакимиәттәрен юҡ итеп ҡуйһалар, әллә, кем халыҡ менән эшләр? Кешене ауылдан биҙҙерер өсөн башҡарыла барыһы ла әллә, бына беҙҙәге һин дә мин ултырған 75 койкалыҡ дауахананы япты ла ҡуйҙылар...
Асҡар Исәт улының фекере 21 ғинуар һанында тулы килеш баҫылғайны.