АУЫРТҠАН ЕР
29 Ғинуар 2022, 07:10

Бәхил бул, силсәүит

Илшат Зәйнәғәбдинов, Зәк-Ишмәт ауыл биләмәһе башлығы: 

Бәхил бул, силсәүитБәхил бул, силсәүит
Бәхил бул, силсәүит

- Силсәүитте бөтөрәләр тиһәләр ҙә, беҙ нимә эшләй алабыҙ, кит тиһә, китә лә барабыҙ. Халыҡтың фекерен тыңлау тигән нәмә күптән юҡ. Ауылдарҙы бөтөрөүгә йүнәтелгән закон был. Эреләтһәләр, әллә ҡайҙа ятҡан Михайловканан йомошо менән, мәҫәлән, Таймаҫҡа барырға тейеш буламы кеше? Әле бөтөн ауыр эш ауыл хакимиәттәре елкәһенә төшә, ауыл депутаттары булмай, әле өй беренсә, янғын булмаһын тип, йә һайлау-фәлән тип кем йөрөй, кем бөтөн ауыл эштәренә йүгерә – улар. Бер тин аҡса алмай улар бының өсөн...

Минең ауылдарҙа, мәҫәлән, һыу торбаларының 90%-ы серегән (халыҡтан аҡса йыйған булып, уларҙы йылына әллә нисә әпен-төпөн итәбеҙ), шул серек торбалар кемгә хәжәт, уларҙы ямайым тип кем йөрөр икән? Ауылды бөтөрөүгә табан сираттағы аҙым буласаҡ был закон.

Илшат Мәдиф улының фекере тулыһынса 21 ғинуар һанында гәзиттә сыҡты. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас