

- Мин бер үҙгәрештәрҙән дә ҡурҡмайым, нимә була, шул була инде. Барлыҡ ауыл эштәрен беҙҙән башҡа барыбер береһе лә эшләмәҫ. Биләмәләрҙе эреләтерҙәр инде, беҙгә, моғайын, Отраданы ҡушырҙар. Ауылды бөтөрөү өсөн эшләнә тиһәң, әле лә был йәһәттән бер яҡшылыҡ юҡ. Ермолаевоны үткән йылдың декабрь айында ғына 29 кеше ташлап китте. Ошо айҙа район үҙәгендә 19 кеше үлде, 7 бала ғына тыуҙы. Шатланырлыр бер сәбәп тә юҡ.
Был тема - силсәүиттәрҙе, ауыл депутаттарын ( русса әйтһәк, местное самоуправление) юҡ итеү, уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Материал 21 ғинуар һанында донъя күргәйне, тағы ла фекерҙәр, шылтыратыуҙар күп булғас, беҙ был темаға йәнә әйләнеп ҡайттыҡ. Улары ошо аҙна һанында баҫылды.