АУЫРТҠАН ЕР
4 Февраля 2022, 12:24

"Надоели"

РФ Думаһы депутаты ҡаршыһында был һорау күтәрелмәһә, сәйер булыр ине - берәҙәк эттәр.

"Надоели""Надоели"
"Надоели"
Тәү башлап уны Таймаҫ ауылы башлығы әйтте:
- Эттәр менән нимә эшләргә? Былтыр беҙҙән 13 этте алып киттеләр, инде ҡотолдоҡ тип иркен тын алып йөрөһәк, ҡараһаҡ, былар тыуған ерҙәргә кире ҡайтҡан, һин дә мин йөрөп ята. Кире алып килеп ташлағандар. Былай эшләүҙең ни файҙаһы? 
Ильяс Искәндәр улына Шәбағыш ҡушыла:
- Минең ауыл Күмертауға яҡын ғына. Эттәр өйөрө менән йөрөй. Ҡала эттәре, улар граница тигән нәмәне беләме ни, беҙҙең яҡҡа килә лә сығалар. Ҡансыранан балалар йөрөй. Ярар, әлегә тиклем береһен дә таламанылар, ә улай-былай хәл булһа... - Илшат Миҙхәт улы хатта иламһырағандай тойолдо, - йүнле закон табығыҙ.
Марина Букреева һүҙһеҙ ҡала торған кеше түгел, уның көслө тауышы ла ҡушылды быларға:
- Надоели... -  камераһының тауышын һүндереп өлгөрмәне ахры, әллә эттәр тураһында әйтте быны, әллә башҡаһы тураһында. 
- Башҡортостанға эттәрҙе аулауға йылына 63 миллион һум бүленә, Көйөргәҙе районына... нисә тинегеҙ әле, Урал Дамирович? 
- 360 мең һум.
- Ниңә улай аҙ, тимәк, күберәкте һорамайһығыҙ, хакимиәт эшләмәй. 63 миллиондың ни бары 360 меңе генә - был бик аҙ... 
Был турала гәзиттең киләһе йома һанында ентекле яҙылыр. 
Фотола: Ермолаево ауылы. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас