

Әгәр ҙә был туралағы закондар тулыһынса ҡабул ителһә, ауылдағы әбей-бабайҙар ҡайҙа барасаҡ? Беҙ бит уларҙың һәр береһе менән шәхсән эшләнек. Бында әбейҙәр генә түгел, ә эскесе, имен булмаған ғаиләләр менән дә эшләнелә. Ауылдарҙа тыуғандан алып үлгәнгә тиклем һәр кемдең нисек тын алғанын белеп тора силсәүиттәр. Электр селтәрҙәрен тикшереп, күпме кешене бәләнән ҡотҡарҙыҡ та, күпме кешене наркологияға алып барып йәшел йылан ҡоллоғонан араланыҡ. Мин 1977 йылдан 2016 йылға тиклем ошо өлкәлә - ауыл хакимиәтендә - эшләнем. Ул заманда ла, әле лә ауыл хакимиәте биләмәләрендә шул уҡ 3-4 кеше эшләй. Ул хәтлем генә кеше нимәгә өлгөрһөн, ә эш бит һанап бөткөһөҙ. Әгәр ҙә миҫал өсөн, беҙҙең үҙәк Бахмутта булһа, әллә ҡайҙағы Ҡаҙарма ауылында йәшәгән кешенең хәлен улар ҡайҙан белһен? Был осраҡта халыҡ йәл, бөтә ауырлыҡтар ҙа улар елкәһенә төшәсәк.
Эльза ВАСИЛЬЕВА, Көйөргәҙе районы Йәмәғәт палатаһы етәксеһе.