Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
10 Февраля 2022, 07:57

СЕБЕР

Кисәге (хәйер, кисәге генә түгел) теманы дауам итеп. 

СЕБЕР
СЕБЕР

Себер тапай башҡорт уҙаманы,
Һөргөн тиер инең – бығауһыҙ.
Танһыҡ мәлдә ҡатынҡайы яңғыҙ,
Орсоҡ мәлдә бала бағыуһыҙ.

Ҡарау көткән атай, әсәй яңғыҙ:
“Утын ташып беләк өҙөлә.
Бесән мәле вахтаһында булды,
Кеше яллап үтте көҙө лә...”

Ирҙәр яллап ҡатын эш эшләтә.
Яман телдәр...
Нахаҡ хәбәрҙәр...
Ғәйбәт тигән һаҙға бата-бата,
Намыҫлана, тулай күп ирҙәр.

- Эш юҡ тиһең тиңдәш (ҡусты, ағай).
Беҙҙекеләр эшен тапты ла?
Айға - ай ҙа түгел, нисәмә йыл
Алы - ялы ла юҡ, зары ла юҡ,
Аяғөҫтө сәғәт алтынан.

Текә әшнә лә юҡ, “крыша” ла юҡ,
Бар тапҡаны хәләл тиренән,
Этелеп тә ала түрәләрҙән,
Һырт ҡабартып, ситкә тәртә бормай
Тыуып үҫкән ғәзиз Еренән.

Еребеҙгә үҙ улдары кәрәк.
Әллә ҡалай уға сит - яттар...
Урман янып, тауҙар киҫелгәндә
Һин уйлайһың, ситтәр ут йотор?!

Сит - яттарға өҫтө генә кәрәк
Һауып алып торған һөттәрҙең.
(Әйтеп ҡара - нисә быуын башҡорт
Боласы тип исем күтәрҙе).

Эшем ауыр тиһең?
Ялың еңел.
Ауырһынма әйткән һүҙемә.
Эшләп алып ҡайтҡан мул аҡсаңдың
Нисә һумы артмай үҙеңдән?

Нисә һумы ҡала кибеттәрҙә,
Һырахана, таныш-белештә?
Нисәүегеҙ иртән күҙгә элә
Һине көткән һыуыҡ бәлеште?

Нисәүегеҙ таңдан донъя көтә?
(Саҡ-саҡ ҡына кәләш хәл алһын).
Күптәрегеҙ, ай-һай күптәрегеҙ
Оҫтаһығыҙ ауыҙ томаларға:
“Үҙем эшләп алған хәләл һум!”

Эйе, хәләл һумың. Бер һүҙем юҡ.
Ерҙәгенән күпкә артыҡтыр.
Һинекеләр алтын-көмөш таҡһа,
Өс тәңкәгә ерҙә соҡонғандың
Бер кейеме, бәлки, йыртыҡтыр.

Тик ул Илдә. Ошо өс тәңкәнән
Ете тине төшә ҡаҙнаға.
Был үҙенә күрә илһөйәрлек.
Ә һинеке Себер кеҫәһендә,
Ундағының ҡулы һуҙмаға.

Юл буйына ниңә “ҡара халыҡ”
Әйҙүкләгән була башҡортто?
Күкрәк һуҡмай, ун биш ишек ҡаҡһаң,
Бер осона барыбер сығыр инең.
Уға түгел, һиңә туҡтар инем,
Бер тергеҙер инек бар ҡотто.

...Аҫабалар Себер тапай-тапай,
Килмешәккә урын бушата.
Себер...
Типһә тимер өҙөр ирҙән
Һау сағында елек майын һурып,
Кәре ҡайттыниһә - таш ата...

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: