Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
11 Февраля 2022, 12:31

Закон кәрәк

Берәҙәк эттәр темаһын дауам итеп. 

Закон кәрәк
Закон кәрәк
Былтыр Башҡортостанда эттәрҙе аулау өсөн 63 миллион һум бүленгәйне. Шуның 360 мең һумы Көйөргәҙе районына, 800 меңдән саҡ ҡына артығырағы Күмертауға тәтене. Быйыл республикаға эттәр өсөн һәммәһе 78 миллион һум бүленә, районға- 368 мең һум. Теге саҡ Дума депутаты беҙгә килгәндә, сумма бик аҙ тине. Уны нимәгә генә еткерәһегеҙ, етәкселек ниңә күберәк итеп һорамай?
- Эш аҡсала ғына түгел, закондарҙы үҙгәртһендәр ине, - район хакимиәтендәге Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов шулай ти, - элек нисек ине: килә лә ата ла, санаға тейәй ҙә китәләр. Минең ҡарашҡа, әле һәр хужалы эт теркәлергә, уның паспорты булырға тейеш. Ҡалғандарын атырға. Шуның менән бөттө.  Юғиһә, был проблеманан бер ҡасан да ҡотола алмясаҡбыҙ.
Быйыл Көйөргәҙе эттәре тендерын  Кушнаренколағы ойошма отто. Был да ҡыҙыҡ. Тендер өс йылға тип әйтелгән, бөтәһе, тимәк, миллион һумдан артыҡ аҡса бүленә. Былар,кушнаренколар, аҡ-ҡараны күрмәй, шул миллионды ғына күргән дә, тендерға йәбешкән, бер йылға шул сама аҡса бирәләр икән тип уйлаған. Аңдарына килһәләр, тендер үткән. Баш тартмаҡсы инеләр, анһат һиңә, А тип әйткәс, Б-һын да әйт. Хәҙер эшләйҙәр инде. Эттәр менән хәлдәр әлегә шул. Яңы закон кәрәк, ҡыҫҡаһы. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: