АУЫРТҠАН ЕР
21 Февраля 2022, 11:31

Бошмаҫлыҡ һәйкәле әллә...

Хәтәр инде, нисәмә йыл үтте, ә ул һаман шул көйө, ҙур булып, йәтим булып әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Беҙҙең бошмаҫлыҡҡа һәйкәл, әйтерһең. 

Бошмаҫлыҡ һәйкәле әллә...Бошмаҫлыҡ һәйкәле әллә...
Бошмаҫлыҡ һәйкәле әллә...

 https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_12720  https://youshatir.ru/articles/ishettege-me-le/2020-06-16/avtomat-y-magazin-895411

2020 йылдың йәйендә уны япты ла ҡуйҙылар. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса әллә нисә хата таптылар ҙа (ишек алдында ҙур һыу мискәһе, тағы әллә нәмәләр булырға тейеш, Универмагтың үҙен 3 ҡатлы тип күрһәткәндәр - ығы-зығыһы күп). Суд та булды. Тик магазин нисек ябыҡ торған, шул көйө тора бирә. Был хәл тейешле хәл һымаҡ ҡабул ителәме, береһе лә ҡышманмай ҙа. Бейеп тик йөрөйбөҙ. Район хакимиәте ҡулдарын йәйҙе - был шәхси ойошма. Ундағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн 3,5 миллион һум аҡса кәрәк. 
Аптырағас, Көйөргәҙе ҡулланыусылар йәмғиәте директоры Рәсимә Бабченконы эҙләп киттек (телефонын алманы), барһаҡ, уның  ишеге лә, универмагтыҡы кеүек, бикле тора. 
Универмаг - ауылдың иң күркәм ере, йөҙө ине, йылытылмай, ҡаралмай торған йорт менән нимә була, был бинаны ла шул яҙмыш көтә микән? 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас