Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
1 Апреля 2022, 14:11

Дошман беҙҙе ала алмаҫ!

Керәүле юлдары насар тип яҙҙылар (аҫта). Юлдар тураһында һөйләп, ауыҙ һыуҙары ҡороп бөттө. Бына тағы бер кәлимә һүҙ. Килеп сыҡһа, һүгенмәй генә яҙырға ине. 

Дошман беҙҙе ала алмаҫ!
Дошман беҙҙе ала алмаҫ!
Яҡшымбәткә барып ҡайттыҡ. Барып ҡайттыҡ тип әйтеүе генә анһат, сират күперен үткәндәй булдыҡ. Машинабыҙ ник тыуҙым көнөнә төштө, беҙҙе ныҡ итеп әрләне лә буғай, ниңә яфалап, әллә ҡайҙа алып китеп бараһығыҙ мине? 
Яҙ һулышын һулап, машинала елләнеп киләйем тигән уй тыуһа, берүк, Яҡшымбәт яҡтарына юл тотмағыҙ. Яҙ һулышын тойорһоғоҙ, ә бына елләнеү тураһында оноторға тура килер - бында беренсе, икенсе скороста ғына барырға кәрәк. Үҙегеҙҙе йәлләмәһәгеҙ, машинағыҙҙы йәлләгеҙ, уның ҡарғышынан ҡурҡығыҙ. 
Ҡайтҡанда, алйып-аптырағас, Яҡуп, Санйын яғынан сыҡтыҡ - бында, бәлки, арыуыраҡтыр юл. Мдәәә.....Яҡшымбәткә барыр ерҙәр кругом уратылған, окоп та ҡаҙырға кәрәкмәй. Барыбер ҡыуандырған бер ере булды: дошман Яҡшымбәтте бер ҡасан да баҫып ала алмаясаҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: