Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
9 Апреля 2022, 14:03

Кәрәкле һүҙ

Тормошта бик йыш шулай була: нимәлер тип әйтергә кәрәк, ә әйтеп булмай. Һүҙ запасы бөтмәгән, тамаҡҡа төйөр ултырған, телгә бер килешле һүҙ килмәй.

Кәрәкле һүҙ
Кәрәкле һүҙ

Улдарын юғалтҡан әсәләр алдында шулай була. Кисә быны үҙебеҙҙә тойҙоҡ. Хәлдәр нисек, һаулыҡ һиңә, инәй.... барыһы ла шул тиклем баналь, мейенең төптәренә төшөп тә, нимәлер эҙләп, соҡсоноп ҡарайһың - юҡ. Бына бөгөн, ошо байрамда, йырлап-бейеп йөрөргә тейеш ине улдары, шап-шаҡтай булып, өйләнеп, эшләп, янып-көйөп, балалар үҫтереп, ә әсәләр үҙҙәре улар бүләк иткән ейәндерен тупылдатып яратып...
Кисә улдары яуҙа ятып ҡалған әсәләр менән осрашыу ҙа булды. Беҙ был сарала булманыҡ (тирмәгә кереп кенә инәйҙәрҙе алдараҡ күреп сыҡҡайныҡ) - фотолар ғына ебәрҙеләр. Беҙҙең тел зәғиф тә, табын артында ултырғандар, моғайын, тейешле һүҙҙәрҙе таба алғандарҙыр тибеҙ. Яра һулҡылдауын саҡ ҡына булһа ла баҫа алғандарҙыр.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: