Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
29 Апреля 2022, 18:29

Барыһы ла ваҡытлыса

Бар нәмә лә ваҡытлыса (аҡыллы батша Соломонды нисек иҫкә алмайһың?), бөтәһе лә үтә, ҡай саҡ хатта онотола.

Барыһы ла ваҡытлыса
Барыһы ла ваҡытлыса

Юлдар менән генә башҡасараҡ. Соҡорҙар, кәлейәләр ғүмер буйы беҙҙең менән йәшәр төҫлө. Тик, шулай ҙа, ҡайһы бер юлдарҙың яҙмышына ла үҙгәрештәр керә - Ермолаевонан ҡалаға сыҡҡан ергә асфальт түшәлә әле. Район үҙәге юлдарының башҡа ерҙәрендә лә соҡорҙар ямала. Яйлап, әммә ямала. Күмертауҙа... Матур ғына итеп, килешле һүҙ табып әйтеүе ауыр, ныҡ насар. Дөрөҫ, бында ла эште башларға тип йөрөйҙәр. Капитал уҡ булмаҫ, шулай ҙа, әлегенән яҡшыраҡ булыр. Мәҫәлән, Тимер юл урамы, заводҡа барған юл.
Барыһы ла был донъяла ваҡытлыса. Бөтәһе лә үтер, юлдар ғына беҙҙең мәңгелек.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: