Фонтан булманы, ҡала өсөн ғазап булды, йыл да сәптертеп ҡарайҙар, аҙ-маҙ эшләгән һымаҡ була ла, туҡтай. Ҡышын яп, яҙын ас, йәйен әллә нисә тапҡыр таҙарт (бында төндәрен, хатта көндөҙ ҙә, асарбаҡтар йыуына).
Бына әле лә килгәндәр, МУП ДОР кешеләре. Етәксеһе лә бар. Яндарына барып хәл-әхүәлдәрен һорашып торҙоҡ. Оҫта итеп һүгенделәр.
Береһе эшләйәсәк ул тине (оптимист), икенсеһе юҡты һөйләмә, эшләмәй ул барыбер тине (пессимист).
Ваҡыт күрһәтер, быларҙың кемеһе хаҡлы булыр.