Яҡшымбәт юлына, өлөшләп-өлөшләп асфальт һалалар. Атап әйткәндә, Үрге Баба, Көйөргәҙе, Яҡшымбәт, Молокан ауылдары аша үткән оло юл асфальтланасаҡ. Әле сират Яҡшымбәттең үҙенә етә яҙып тора - ҡырсынын түшәгәндәр. Хыял, әлбиттә, асфальт юлды тулыһынса итеп күреү ине... Быныһы ла яраған, ауылдарҙы үтеп киткәнсе һикермәй барырбыҙ, исмаһам.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Һәммәһе был эштәрҙә 107 миллион һум аҡса бүленә, түшәләсәк юл оҙонлоғо - 6 км 300.