Был ауылға ҡәҙәр барып еткәнсе күргән яфалар онотолдо, асфальтты һалып бөткәндәр, улай-былай ваҡ эштәре генә ҡалған. Әле китеп барабыҙ, машинаға, әйтерһең, ҡанаттар үҫкән - оса ғына. Ниңә бөтөн ерҙә лә ошолай түгел икән юлдар? Фәлсәфәүи уйҙар килде башҡа. Юлдар тигеҙ, матур булыуы файҙалы түгел. Берҙән, йыл да ремонт өсөн аҡса бирәләр - һәйбәт. Кешегә эш була (быуаттар буйына юлдар ремонтланмай, матур килеш һаҡланһа, юлсылар ауыҙҙарын сөйгә элеп ултыра ла баһа). Икенсенән, машина мотлаҡ ватылып торорға тейеш, автосервистар көтә, автомобиль запас частәрен һатҡан магазиндар, уларҙы яһаған заводтар.... Табиптар ҙа көтә. Ямаҡ юлдар, ана, күпме кешене туйҙыра.
Иҡтисад закондары был. Ошо ҡанундар буйынса йәшәп ятыш, ара-тирә тигеҙ юлдан, йышырағы соҡор-саҡырҙан китеп барыш.