Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
17 Августа 2022, 10:11

Түҙгәнгә – түш ите

Маяҡ май заводы төҙөлөүгә нисә йыл булһа, беҙҙең район шул сама ваҡыт уның яфаһын тойоп йәшәй.  

Түҙгәнгә – түш ите
Түҙгәнгә – түш ите

Әллә нисә йыл элек һүҙ сыҡты: Маяҡ май заводы өсөн урау юл һалынасаҡ (был турала алдан яҙҙыҡ), Ольховка ауылынан туп-тура Маяҡҡа сығасаҡ был юл, Ермолаевоны урап үтәсәк. Яңыраҡ белештек: урау юл була тинеләр, әле документтар үргә ебәрелгән – көтәбеҙ. Властар көтөр, ә бына Заслонов, Мичурин, Тимер юл урамы кешеләренең түҙемлеге күптән сик аша уҙған. Аптырап-алйығас, әле был урамдарға ҡом-ҡырсын ҡушылмаһы түккәндәр. Был изге эште “Лесагротранс” йәмғиәте етәксеһе Азамат Яҡшыбаев башҡарған. Хәҙер был хәлде күреп ҡыуан да ултыр, әммә беҙҙең халыҡты үҙегеҙ беләһегеҙ, һаман ярап булмай – һап-һары балсыҡ түккәнһегеҙ, элек һороға буялып ултырһаҡ, хәҙер һарыға буялабыҙ инде тиҙәр.

Был хаҡта материал тулы килеш гәзиттең үткән йома һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: