Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
27 Августа 2022, 11:41

Тотҡаһыҙ сумаҙан

Ермолаево спиртзаводының аҙаҡҡы йылдарҙа ғына күргән мажаралары тураһында китап яҙырлыҡ.

Тотҡаһыҙ сумаҙан
Тотҡаһыҙ сумаҙан

Теге йылдарҙа уны шартлатып ябып ҡуйғас (уйын эш түгел, 300-ҙән артыҡ кеше эшһеҙ, ә район һалымһыҙ ҡалды), шаулаштыҡ та шуның менән бөттө. Әрһеҙерәктәре, теш араһынан төкөрөп, Себер сыҡты ла китте. Шулай ҙа был тема гел ҡалҡып сығып торҙо, ниңә яптығыҙ, тереләй һуйҙығыҙ? Районға яңы башлыҡ килгәс, һүнә башлаған өмөт тағы ла дөрләп янып китте - тегенән булманы, бәлки, быныһынан булыр? Юлай Ильясов республика башлығы менән хатта ошо темаға һөйләшеп тә ҡайтты (Юшатырҙа һаман булһа был фото, материалы менән бергә, таҡтала эленеп тора), завод асыла тигән һүҙ булды. Уныһы булды ла онотолдо, иртә уңмаған, кис уңмаҫ хәлендә йәшәй бирҙек. Спирт-араҡы комбинаты тотҡаһыҙ сумаҙан кеүек булып китте, ни ташлап китеп кенә ҡотолоп булмай, артабан күтәреп барыуы ла ауыр. Һатыуға сығарҙылар - берәй йүнле әҙәм килеп сығып, елкәләге сумаҙанды алмаҫмы (юғиһә, елкә сейләнә башланы), беҙҙе яфаларҙан ҡотҡармаҫмы? Тик "йүнлеләр" бик күренмәне.

Халыҡ ҡыҙыҡ, ауыл бәләкәй, шунда уҡ төрлө хәбәр таралды. Бигерәк тә заводтағы металға бәйлеләре, имеш, унан ипләп кенә тимер-томорҙо урлайҙар. ("Люди гибнут за металл, сатана там правит бал"). Завод яғынан килә ятҡан машина ғына түгел, тоҡ аҫып китеп барған һәр бер кеше лә хатта хәс тимер урлап китеп барған һымаҡ тойола башланы, ҡурҡҡанға ҡуш күренә. Заводты (дөрөҫөрәге, уның ҡалдығын) бөтә мир менән ҡарауыллай башланыҡ - атайҙан ҡалған мираҫмы ни. 

Материал тулы килеш киләһе һанда баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: