Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
27 Октября 2022, 11:21

Таймаҫ юлдары ҡатмарлы

Бөгөн Радий Хәбиров халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк. 

Таймаҫ юлдары ҡатмарлы
Таймаҫ юлдары ҡатмарлы

Был турала анонстарҙы ҡайҙа ҡуйырға була, шунда ҡуйып сыҡтылар. Тура линияға күберәге мобилизацияға ҡағылышлы һорауҙар яуҙырырҙар тип көтәбеҙ. Шулай ҙа, унар, хатта унан артыҡ йылдар бәкәлгә һуҡҡаны ла булыр тип уйлаған инек, яңғылышмағанбыҙ.
Бөгөн республика башлығына Таймаҫ юлдары хаҡында ла һорау ебәрҙеләр. "Был ҡатмарлы һорауҙы күпме күтәрәбеҙ - алға китеш күренмәй. Юлдың яҡшырғанын күпме тағын көтәйек?"
Беҙ ҙә көтәбеҙ: тура эфирға сығырмы был һорау?

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: