Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
2 Декабря 2022, 15:22

БАШҠОРТ – БУЛМЫШЫ МЕНӘН ЕР КЕШЕҺЕ

«Буш торған өйҙәр» тигән парсам өсөн интернет биттәрендә мине тәнҡитләй, әрләй, ауылда йәшәү өсөн тейешле шарттар булмауға зарлана башланылар. 

БАШҠОРТ – БУЛМЫШЫ МЕНӘН ЕР КЕШЕҺЕ
БАШҠОРТ – БУЛМЫШЫ МЕНӘН ЕР КЕШЕҺЕ
Әҫәр нимә тураһында икәнлеге аңлашылһын өсөн гәзит уҡыусыға тәүҙә уны килтереп китәйем:
«Башҡорт ауылдарында йылдан-йыл буш өйҙәр арта. Хатта ҡайһы берҙәренең ишектәрендәге йоҙаҡтарына тут ҡунған. Быныһы – бер. Унан да бигерәк ул буш торған өйҙәрҙе шунда үҫкән бер туғандар үҙ-ара бүлешә алмай оло ғауға сығара, үҙ бәҫтәрен үҙҙәре ебәрә, суд юлында йөрөй. Ә береһенең дә ата-әсәһенән ҡалған йортҡа ҡайтып йәшәгеһе килмәй. Иҫәптәре – нисек тә булһа йортто һатып ебәреп, аҡсаһын кеҫәләренә һалыу. Шундай бәғзе милләттәштәребеҙҙең өйҙәре лә, күңелдәре лә буш: бар уйлағандары тик матди байлыҡ та аҡса ғына, ә йәнтөйәккә тоғролоҡ, илһөйәрлек, рух тигән нәмәнең остоғо ла юҡ».
Был – кескәй күләмле әҙәби әҫәр. Шундай проза жанры бар. Бында, башлыса, намыҫ, илһөйәрлек, рух тураһында һүҙ бара. Ә милләттәштәребеҙ күтәргән ауыл хужалығы мәсьәләләре йә ауылдың дөйөм социаль хәле тураһында түгел. Уларҙың яҙғандарына ҡарата үҙ фекеремде белдерергә булдым, сөнки был мәсьәләләр уларҙы борсоған кеүек миңә лә күптән тынғы бирмәй.
Бар ул ауыл ерҙәрендә халҡым өсөн тип эшләп йөрөгән рухлы йәш башҡорттар, тик улар аҙ. Мәҫәлән, «Ватан» АХК-һы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов, Мәмбәтҡолдан фермер Дамир Хәйбуллин. Күпселек йәштәребеҙ үҙҙәрен ҡайғырта, ә халҡын уйламай.
Теләк булғанда проблемаларҙың барыһын да сисергә, хәл итергә була. Хөкүмәт ауыл эшҡыуарҙарына, шәхси хужалыҡты үҫтереүгә күп төрлө гранттар, субсидиялар бирә, төрлө дәүләт программалары бар. Юлларға йыбанмаҫҡа, аяҡ салыусыларға ҡаршы ҡаты көрәш асырға кәрәк. (Юғиһә, ҡайһы бер түрә-ҡаралар шул гранттарҙы үҙ туғандарына, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына таратып ятҡан осраҡтар ҙа бар бит).
Беҙ тарҡаубыҙ. Ойоша, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа белмәйбеҙ, ә бер-беребеҙҙе батырырға оҫтабыҙ. Әллә күпме гимназиялар асып балаларыбыҙҙы артист, юрист яһайбыҙ тип көсөбөҙҙө бушҡа түгәбеҙ. Улар былай ҙа быуа быуырлыҡ. Ә ҡайҙа беҙҙең ер кешеһе тәрбиәләүсе агролицейҙар? Бына бер 10-15 йылдан башҡорт ауылдары йылына тиҫтәләп бөтә башлаясаҡ. Беҙ башҡорттар өсөн ҡала мөхите булдыра алманыҡ, ассимиляция барыбер үҙ эшен эшләйәсәк. Ҡулына телефон тотоп, ата-әсәһе алып биргән машинаға ултырып йөрөүсе йоҡа елкәле бер нисә маңҡорт быуын үҫтерә алыуға ғына ирештек. Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, был дөйә муйынынан да кәкре эш.
Ҡулына араҡы шешәһе тотоп фотоға төшкән бер бәндә, ауылда эш юҡ бит, тип яҙған кеше булған. Уңған, егәрле кешегә ауылда һәр саҡ эш бар. Ауылда эштән күп нәмә юҡ. Шул бер Себерҙе белеп алдылар ҙа олигархтарға ҡол булып йөрөүҙән бушамайҙар. Барыбер ҙә хәҙер аҡсаны элекке һымаҡ уларға услап тоттормайҙар. Етмәһә, аҡса тип араларында әхләҡи яҡтан тарҡалған, эскелеккә һалышҡан, донъя ҡолона әүерелгән, ғаиләһен тарҡатҡан бәндәләр ҙә етерлек. Уларға һинең Башҡортостаның бар ни ҙә, юҡ ни. Бер көнлөк тормош менән йән аҫырайҙар.
Бер ваҡыт ниндәйҙер азербайжан Көйөргәҙе районының Бәләкәй Муса ауылы ерҙәренә хужа булып алды, халыҡты пистолет менән ҡурҡытып, мин бында хужа, тип башҡорттарҙы туҡмап йөрөй башланы. Шул турала «Юшатыр» гәзите яҙып сыҡҡас, түбәндәге фекеремде яҙғайным: «Мин хәҙер нисәмә йыл инде, районыбыҙҙың, ғөмүмән, Башҡортостан райондарының, ҡала яны ерҙәрен башҡорт ир-атына үҙ ҡулығыҙға алығыҙ, булған башҡорт ауылдарын бөтөрөүгә, ерҙәрҙең һатылыуына юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, бөткән ауылдарҙы (Үрге Мотал, Урта Мотал, Түбәнге Мотал, Түкән, 1-се Кинйәабыҙ) тергеҙегеҙ, кооперативтар ойоштороғоҙ, ҡалаларҙа Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар менән сауҙа итеүсе үҙ сауҙа магазиндарын, сауҙа үҙәктәрен асығыҙ, тип аңлатып, һөйләп киләм. Юҡ, аңламайҙар. Тик белгәндәре Себер. Рух булмағас, оҙон аҡса артынан ҡыуғас, шундай хәлгә тарығаныбыҙ бына күҙ алдында. Ысын маңҡортолоҡ инде был».
Бер ҡатын: «Рух менән йәшәп булмай, крутой машина кәрәк», – тип яҙған. Ул рухтың нимә икәнен аңлаймы икән һуң? Тағы бер йәш гүзәл зат: «Үҙең ауылда йәшәйһеңме?» – тип, йәнәһе, миңә һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйған. Үкенескә ҡаршы, Мәләүез химия заводы арҡаһында экологик хәүефлелек тип тыуған ауылымды 90-сы йылдар башында Мәләүезгә күсерҙеләр. Бик тә ҡайтып йәшәр инем ауылыма, бик тә! Журналист ауыл тураһында яҙа икән, ауылда йәшәргә, нефтселәр тураһында яҙа икән, нефтсе булырға тейешме ни? Был ниндәй аңралыҡ! Ул ҡатындан һуңынан, һин үҙең ауылда йәшәйһеңме, тип һорап яҙғайным, юҡ, тигән. Ә интернетта кешегә бәйләнеп ултырырға белә. Тыуған йортоңа ҡайтып бер нисә түтәл һарымһаҡ, һуған ултыртыр инең, исмаһам. Атай-әсәйеңә ярҙам булыр ине.
Атай йорто тигән һүҙ изге төшөнсә бит ул. Атай йорто – тыуған ер, тыуған тупраҡ, йәнтөйәк, изге Ватан. Беҙ уны һаҡларға, шунда йәшәргә, яйлап нигеҙенә яңы өй һалырға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, бүлә-бүләсәләребеҙгә ҡалдырырға тейешбеҙ. Берәү, өйҙөң урынына яңы өй һалыр өсөн ипотека бирмәйҙәр, тип яҙған. Аҡсаны үҙҙәре туплаһындар: умарта тотһондар, күп итеп һарымһаҡ үҫтереп һатһындар... Нишләп банктарҙы байытып ятырға. Беҙҙең халыҡ ер хужаһы булыу тойғоһон, ана шул башҡортто башҡорт иткән стерженде юғалтып бара. Стерженең юҡ икән, һин үҙең дә юҡ. Ике аяҡлы мал хәлендәһең.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын, –
тип халҡыбыҙ юҡҡа йырламаған бит. Ә беҙ, XXI быуат башҡорттары, ата-бабаларыбыҙға хыянат итеп, бәхетте ситтән эҙләп тыуған еребеҙҙе, тыуған ауылыбыҙҙы ташлап баш һуҡҡан яҡҡа сығып китәбеҙ. Тормоштоң мәғәнәһе, асылы тыуған тупрағыңда төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәй белеүҙән тора түгелме ни? Бер апай, хәҙерге йәштәрҙең елкәһе юҡ, ергә эйеләһеләре килмәй, тип яҙған. Шулай инде, һин ергә эйелмәһәң, ул һиңә бөгөлмәҫ. Хәҙер өйҙә лә, мәктәптә лә хеҙмәт тәрбиәһе юҡ. Баламдың ҡулы ҡабарып ҡуймаһын, йәнәһе.
Совет власы халҡыбыҙҙы әҙергә хәҙер принцибы менән йәшәргә өйрәтте. Ул патернализм тип атала. Беҙ һаман да, заманалар үҙгәрһә лә, Хөкүмәттән әле быныһын, әле тегенеһен көтәбеҙ, үҙ тормошобоҙҙо үҙебеҙ хәстәрләргә тейешбеҙ икәнде аңламайбыҙ. Балаларыбыҙҙы бәхетте ситтән эҙләргә ҡушып өйөбөҙҙән ситкә сығарып ебәрәбеҙ. Урыҫ яҙыусыһы Александр Грибоедовтың бер геройы әйтмешләй: «Везде хорошо, где нас нет». Бер ҡайҙа ла бешереп, һоҫоп ултыртып ҡуймағандар, ҡайҙа ла эшләргә кәрәк. Шуға күрә үҙем өсөн, халҡым өсөн тип тыуған тупраҡта йәшәп, эшләүгә ни етә!
Милләттәштәр, парсаны тағы бер тапҡыр иғтибар менән уҡып ҡарағыҙ әле. Төп идеяһын аңларға тырышығыҙ.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,
БР Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты
Вставки:
Марсель ХАММАТОВ, шағир:
- Сәпкә тейҙергәнһегеҙ инде, бушҡа әрләмәҫтәр ине.
Хәлисә ҒӘЛЛӘМОВА:
- Ауылда кеше һаны кәмегәндән-кәмей бара. Яйлап ҡына ауылдар ҙа бөтәсәк. Ауылдан барыһын да килтереп йәрминкә ойошторолоуын (хаҡы ла арзаныраҡ) ҡаланыҡылар көтөп кенә тора. Уйлап ҡарағыҙ: нимәгә килеп төртөләсәкбеҙ. Сит илдең яһалма аҙыҡ-түлеген ашап, ауырыуға әйләнеп бөтөп барабыҙ бит. Элек ни өсөн һимереү тигәнде белмәй инек!?
Хәҙер?
Йәштәренең дә ҡорһаҡ үҫә хәҙер. Элек тәбиғи, тыуған тупраҡта үҫкән ысын аҙыҡ ашаныҡ, хәҙер!? Уйланырға урын бар...
Әлфиә ХӘМИТОВА, журналист:
- Тәлғәт ағай, проблеманы дөрөҫ күтәрәһегеҙ.
Ана шул бушаған ауылдарға яйлап килмешәктәр тулыр, аҙаҡ беҙҙекеләрҙе әҙәмгә һанамаясаҡтар.
Аллаға шөкөр, үҙемдең Бөрйәндәге тыуған ауылым йәштәре бәхет эҙләп ситкә юлланманы. Мин бала саҡта ике урамдан ғына торған Яуымбайҙа бөгөн өй һалырға урын юҡ. Сөнки йәш милләттәштәрем фермерлыҡҡа тотоноп, гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Һөҙөмтәлә төйәгем ныҡ ҙурайҙы. Эшләгәнгә эш ҡарышмай. Егеттәрҙең береһе лә оҙон аҡса артынан Себергә сығып олаҡмай, ауылда төпләнә.
Тырышҡас, дәүләт тә уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан һайын өйөр-өйөр йылҡыларҙы, һыйыр-һарыҡтарҙы, йәйгеһен Олотауға артылған техниканы күреп, ихлас күңелдән яҡташтарым өсөн ҡыуанам, эстән генә барыһына ла һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйем.
Бер нисә көн элек Бөрйәндең тыуым күрһәткесе буйынса Башҡортостанда тәүге урында барыуы хаҡындағы мәғлүмәтте уҡып, тағы бер һөйөндөм.
Яҡташтарым үҙҙәрен туризм өлкәһендә лә һынап ҡарай.Тәүәккәлерәк булһалар, бында ла уңышлы ғына эшләп китерҙәр, тип ышанам.
Башҡорт – булмышы менән ер кешеһе. Юҡҡа ғына ата-бабаларыбыҙ өс быуат буйы ил, ер, тел тип ихтилалдарға күтәрелмәгәндер. Беҙҙең һәр ҡарыш еребеҙ уларҙың ҡаны менән һуғарылған. Беҙгә ҡандан күскән тыуған ер, тыуған тупраҡ тойғоһон юғалтмаһаҡ, тоғролоҡ һаҡлаһаҡ, беҙ бер ҡасан да халыҡ булараҡ юҡҡа сыҡмаясаҡбыҙ.
Сөнки нимә генә тимә, ауыл ана шул рухты тәрбиәләй, әҙәбиәт менән сәнғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яңы таланттар менән тулыландырып тора.
Ҡыҫҡаһы, тыуған ер тойғо булһын һәр беребеҙҙә!
Шул саҡта ауылдарыбыҙ ҙа гөрләр.
Мөнир СӨЛӘЙМӘНОВ, Салауат ҡалаһы
- Башҡорт өсөн бик тә мөһим мәсьәләне күтәргәнһең, ҙур рәхмәт һиңә Тәлғәт.
2010- сы йылдарҙа, әсәйем иҫән саҡта әле, ауылыбыҙ тураһында һөйләшеп ултырғанда, тормош былай барһа, бер 10-15 йылдан ауыдағы өйҙәрҙең яртыһы бушап ҡаласаҡ, тигәйнем. Ул саҡта беҙҙең урамда ғына ла 7-8 йорт буш ултырһа, бөгөнгө көндә 20-гә еткәндер, ярай әле Себерҙә эшләгәндәр, пенсияға сыҡҡас, ауылдың Сахалин урамы яғында яңы йорттар төҙөп йәшәй башлағастын, ауыл бер аҙ йәмләнде.
Ысындан да, тағы ла бер ун йылдан, ташландыҡ йорттар ғына түгел, ташландыҡ ауылдар ҙа була башлар.
Ауыл халҡының, ауылдар мәсьәләһен Хөкүмәт кимәлендә хәл итергә кәрәк тә бит, бәләһе сығып ҡына тора, пандемияһы үтеп китмәне, Украинала хәрби операция башланыды. РФ Хөкүмәте ауылдарға ҡарата электән үк бик иғтибар итмәгәнде, хәҙерге көндә нимәгәлер өмөт итеп булмай.
Элегерәк социалистик ҡоролош ваҡытында дәүләт һатып алыуы (госзакупка) тигән әйбер була торғайны, әҙерләүҙәр контораһы агенттары ауылдар буйлап йөрөп, шәхси хужалыҡтарҙан артып ҡалған һөтөн, майын, итен, бәрәңгеһен ҡулаҡсаға һатып ала торғайнылар, ауыл кешеһе өсөн бик тә уңайлы ине.
Мотлаҡ Хөкүмәт ҡарамағында булған әҙерләүҙәр контораһы ҡабаттан ойошторолһа, ауыл халҡы өсөн бик тә уңайлы булып, матди хәле яҡшырып, донъя көтөүгә дәртләнеп, бәлки, йәштәр ҙә Себер юлдарына ҡарамай, ауылда төпләнеп, матур итеп тормош ҡороп, күберәк балалар үҫтереп, халҡыбыҙ һанын да ишәйтерҙәр ине.
Тағы шуныһы, ҡалалағы баҙарҙарҙа кемдәр генә юҡ, һәм шул уҡ ваҡытта башҡорттар бармы? Булһалар ҙа ...
Совет власы йыдарында уҡ килмешәктәр килеп тула башлағайнылар, ә хәҙер Таждикстандан, Үзбәкстандан, хатта Ҡытайҙан егермешәр тонна һыйҙырышлы фураларҙа беҙҙең баҙарҙарға йәшелсә, еләк-емеш килтереп тултыралар. Ә бит шул уҡ ваҡытта беҙҙең ауылдарҙа һәм ҡала эргәһендәге баҡсаларҙа үҫтергән йәшелсәһен ерле халыҡ һата алмай. Әлеге шул Азия илдәрендәге, Кавказ республикаларындағы баҙарҙарға
башҡорттар ғына түгел, Башҡортостанда йәшәүселәр керә алалармы һәм бер биҙрә генә бәрәңге һата алалармы? Юҡ, тағы бер тапҡыр Юҡ! Мәҫәлән, Үзбәкстан, Таджикстандағы проблемаларҙы үҙҙәренең президенттары хәл итергә тейеш булғанды беҙҙең дәүләт хәл итергә тейешме? Ҡыш етһә, кибеттәрҙә Израилдән килтерелгән бәрәңге тулып ята, быны нисек аңларға?
Тәлғәт әйткәнсә, бер генә юл - берләшеү кәрәк, һәм әле билдәләп үткән һорауҙарҙы депутаттар алдына, парламентҡа сығарыу мотлаҡ, юҡһа, бөтә бәләне бер республика Башлығына япһарырға күнегеп киттеләр. Ысынлап та, әҙергә хәҙер принцибы менән йәшәүҙән һәм ҡоллоҡ психологияһынан, яйлап булһа ла, ҡотолоу кәрәк.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. 
Фотоларҙа: Көйөргәҙе районында ташландыҡ йорттар һаны йылдан-йыл арта. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: