АУЫРТҠАН ЕР
17 Декабря 2022, 06:00

Яңы башҡорт

Заһир Ҡотлосурин. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы башҡортЯңы башҡорт
Яңы башҡорт

Майҙандарға сығып һөйләнең дә
Ғариповтың рухлы шиғырын,
Тик өйөңә ҡайтҡас, балаң менән
Дауам иттең һөйләп рус телен.

Ҙур залдарға инеп диктант яҙҙың,
Инстаграмға һалып маҡтандың.
Диктант бөтөү менән сторис ҡуйып,
Рус теленә тағы атландың...

Эй, башҡортом, туған телеңдең бит
Киләсәге ялҡын эсендә!
Ҡалдырмасы, әсәң биргән телде
Диктант яҙған ҡағыҙ битендә!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас