Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа үҙ тауышын бирҙе һәм Яҡшымбәт ауылына юл алды. Унда бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың яңыртылған Хәтер Таҡтаһын асыу тантанаһы буласаҡ.