Фотолағы был матур ҡыҙ - Әлиә Юлдыбаева. Таймаҫтағы иң актив йәштәрҙең береһе. Бөгөнгө ҙур ваҡиға - Һайлауҙар көнө Әлиә өсөн икеләтә байрам: украт бөгөн уның тыуған көнө. Тыуған көнөн һайлау участкаһында ҡаршы алһа ла, сибәр ҡыҙҙың кәйефе шәп. Йәрминкә булды, халыҡ күп килде, музыка уйнай, ашап-эсәм тиһәң ашхана эргәлә генә. Беҙ Әлиәгә уның барыһы ла һәйбәт булыуын теләйбеҙ. Һинең тормошоңдағы күңелле мәлдәр ошо һайлауҙар кеүек килһен дә етһен, килһен дә етһен һәм үҙеңде бер ҡасан да ташлап китмәһен. Байрамың менән һине, Әлиә, бәхетле бул.