Абдул ауылының иң әүҙем һайлаусыһы, 80 йәште үткән Рәшиҙә Ноғоманова бөгөн дә матур кейенеп үҙ тауышын бирергә килгән.
-Үҙ ғүмеремдә 66-сы тапҡыр һайлауға килдем. Хөкүмәткә рәхмәт, беҙҙе матур ҡарай. Иң мөһиме илдәр тыныс булһын, - ти Рәшиҙә инәй.
Абдул, Ҡарай ауылдары ингән һайлау участкаһына 353 кеше ҡарай. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Ғәзимә Аҙнабаева әйтеүенсә, иртәнге сәғәт 8-се яртыға, һәр саҡ үҙ эштәрен яуаплы башҡарған Рәхимә Кәримова менән Сания Тәржемәновалар килеп тә еткән булған.