Морапталдар дәртле халыҡ. Һайлау участкалары асылыу менән үҙ тауыштарын бирер өсөн халыҡ дәррәү килә лә башланы. Был һайлау участкаһында барлығы 977 кеше һайларға тейешле. Бер сәғәт эсендә генә шуларҙың 20 проценты үҙ тауышын бирергә лә өлгөрҙө. Иң беренсе булып килгәндәргә, ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр һайлау хоҡуғы алғандарға бүләктәр ҙә бирелде.