Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлау көнөндә Яҡшымбәттә тағы ла матур сара үтте. “Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына мәңгелек дан” тип исемләнгән хәтер таҡтаһы асылды. Унда һуғыш яланында батырҙарса һәләк булғандар һәм еңеү менән ҡайтҡан 208 геройҙарыбыҙҙың исемдәре, фамилиялары һәм аталарының исемдәре тултырып яҙылыуына шатланды ауылдаштары. Шулай уҡ яңы ғына ҡуйылған пушканы асыу тантанаһы ла булды был көндө. Яҡшымбәттәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район ветерандар советы ойошмаһынан 12 ветеран һәм башҡалар ҙа килгәйне. Был ике изге эште башҡарыуҙа ярҙам иткәндәргә Яҡышмбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов Почет грамоталары, ә Әхәт Йәүҙәт улы Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Мөһим сара мәктәп уҡыусыларының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең матур концерты менән тамамланды.