Башҡортостанда парламент һайлауында бөгөн тәүгә 19 618 ун һигеҙ йәшлек һайлаусы һәм 100 йәше тулған һәм уны уҙып киткән 155 граждан тауыш бирә ала. Ошо хаҡтар республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр иттеләр. 585 633 30 йәшлек һәм 137 035 80 йәшлек граждан тауыш бирә.
Сәғәт 12-гә ауыл муниципалитеттарында граждандарҙың – 24 проценты, ҡала округтарында 11,33 проценты тауыш биргән. Өфөлә төшкә тиклем 8,24 процент һайлаусы (иртәнге 10-ға 6,3 процент ине) тауыш биргән.
Тауыш бирергә килеүселәр һаны күп булыуы көтөлә, ти йәмәғәт медиаүҙәгендәге белгестәр. Ойоштороусылар һайлау участкаларын байрамса ойошторорға көс һалған.
Ғәҙәттәгесә ауылда йәшәүселәр айырыуса әүҙем тауыш бирә.