Яҡшымбәт ауылындағы һайлау участкаһы асылыр-асылмаҫтан, һайлаусылар килеп тә етте. Иң беренсе булып килгән Фәрихә Баһаутдиноваға һайлау комиссияһы ағзалары матур бүләк тапшырҙы. Һикһәнде үткән Зөлфәҡәр Ғәлиев та (фотола) Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты һәм иң лайыҡлы тип уйлаған кандидаттар өсөн үҙенең тауышын бирҙе.