Беҙҙең Зәк-Ишмәт ауылында уңған да, дәртле лә халыҡ көн итә. Ниндәй генә сара булһа ла, улар һәр саҡ бик теләп ҡатнаша, әүҙемдәр. 9 сентябрҙә лә ауылдаштарым бер-бер артлы һайлау участкаһына килеп кенә торҙолар. Һәр береһе үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә тырышты. Һаулыҡтары насар булып һайлауға килә алмағандар ҙа ситтә ҡалманы. Һайлау комиссияһы уларҙың йорттарына барып тауыш бирҙертте.