Түкән бәләкәй ауыл тиһәң дә, бындағы халыҡ сәйәси яҡтан бик әүҙем. Һайлаусылар үҙ канидидаттарына тауыш бирергә төрлө техникаға ултырып килә - йәйәүле Мәхмүттәр заманы арта ятып ҡалды. Бына берәүҙәр фотолағы ошо мотоблокмы-нимәгәлер атланып килде. Техника заманы бит, әллә кемдәр әллә ниндәй машиналарҙа йөрөгәндә, һайлауҙарға йәйәүләп килеп мах биреп булмай.