Районыбыҙҙа йәшәүсе тағы ла бер кеше бөгөн үҙенең тыуған көнөн билдәләй икән. Михайловканан Албек Назаровҡа 18 йәш. Ғүмерендә тәүге тапҡыр депутат һайлай, тормошонда тағы ла әллә нисәмәләр тапҡыр һайларға кәрәк булыр әле уға, бар депутаттар ҙа уның өмөтөн аҡлаһа ярар ине...