Все новости
Һайлау
10 Сентября 2018, 10:18

Яҡшымбәт пушкаһы

Һайлау көнө яҡшымбәттәр ныҡ байрам итте.

Һайлау көнө яҡшымбәттәр ныҡ байрам итте. Бында аҫтараҡ яҙғанса Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары обелискаһы яңыртылды һәм теге яңыраҡ алып ҡайтҡан пушка ла булып яңы төҫ алып, йәшәреп китеп яңы ерҙә үҙ урынын тапты. Әйткәндәй, 1944 йылғы был пушка. Ғәләмәт ҙур нәмә икән, нисек итеп дәһшәтле һуғыш мәлендә һөйрәп йөрөткәндәр икән уны? Халыҡҡа эт күрмәгәнде күрергә яҙғанын ошо орудиеға ҡарап та белеп була.

Был пушка ауыл халҡы өсөн селфи-мелфи яһарға шәп урын булды. Яҡшымбәттең йәштәре генә түгел, ололары ла төшә бында фотоға, беҙҙән һорағас, бынау бабайҙарҙы төшөрҙөк, үҙебеҙ ҙә төштөк - был көн тарих бит, ҡасандыр, оҙаҡ йылдар үткәс, иҫән булһаҡ, һағынып иҫкә алырға сәбәп булыр.
Читайте нас: