Все новости
Һайлау
14 Сентября 2018, 13:47

БАЙРАМҒА ӘҮЕРЕЛДЕ

Һайлау көнө Молокан һәм Ҡунаҡбай ауылдары халҡы өсөн дә бик үҙенсәлекле үтте

Һайлау көнө Молокан һәм Ҡунаҡбай ауылдары халҡы өсөн дә бик үҙенсәлекле үтте.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, алтын көҙгә арнап, клуб алдында йәрминкә ойошторҙо. Унда өҫтәл тулы көҙгө байлыҡтар ғына түгел, шулай уҡ һөт, ҡаймаҡ, эремсек, бал, төрлө бәйләнгән ҡул эштәре, хатта халыҡ медицинаһы буйынса прополистан эшләнгән (мазь) май ҙа бар ине. Тышта йәрминкә гөрләһә, клуб эсендә сәхнә түрендә «Йәшлек» мәҙәниәт йортоноң дәртле артистары «Алтын көҙ» тип аталған концерт программаһы менән сығыш яһаны. Халыҡ Азамат Туйгилдиндың моңло ҡурайына, Айҙар Хөснөтдиновтың күңелле гармун көйҙәренә, Йәмилә Рамаҙанова һәм Регина Хузинаның һандуғастай матур тауыштарына дәррәү ҡул сапты. Молокан һәм Ҡунаҡбай ауылы халҡы исеменән, һайлауҙы байрамға әйләндереүсе, «Йәшлек» мәҙәниәт йорто артистарына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм һайлауға әүҙем килеүселәргә ҙур рәхмәт.


Читайте нас: