Көйөргəҙе районында 18 452 һайлаусы теркəлгəн. Уларҙың 81,83%-ы та-
уыш биреүҙə ҡатнашҡан. Район буйынса тауыш биреү һөҙөмтəлəре түбəн-
Радий Фəрит улы ХƏБИРОВ — 89,67%;
Иван Константинович СУХАРЕВ — 2,19%;
Юнир Ғəлимйəн улы ҠОТЛОҒУЖИН — 3,72%;
Владимир Юрьевич КОБЗЕВ — 0,62%;
Рəфис Фəйез улы ҠАДЫРОВ — 0,76%;
Юрий Викторович ИГНАТЬЕВ — 0,89%;
Зөлфиə Риф ҡыҙы ҒАЙСИНА — 1,16%;
Владимир Валериевич БАРАБАШ — 0,54%.
Күмертау һайлау округында 35 251 һайлаусы ҡатнашҡан. Был исемлектə
теркəлгəн барлыҡ һайлаусыларҙың 72,44%-ын тəшкил итə. Күмертауҙарҙың
БР Башлығы кандидаттары өсөн тауыш биреү һөҙөмтəһе:
Радий Фəрит улы ХƏБИРОВ — 77,33%;
Иван Константинович СУХАРЕВ — 8,06%;
Юнир Ғəлимйəн улы ҠОТЛОҒУЖИН — 6,95%;
Владимир Юрьевич КОБЗЕВ — 1,19%;
Рəфис Фəйез улы ҠАДЫРОВ — 1,08%;
Юрий Викторович ИГНАТЬЕВ — 1,78%;
Зөлфиə Риф ҡыҙы ҒАЙСИНА — 1,56%;
Владимир Валериевич БАРАБАШ — 1,00%.
Уҙған ял көнө Башҡортостанда
3434 участка һайлау комиссияһы
эшлəне. Һайлауға хоҡуғы булған
граждандар һаны — 3 млн 49 мең 571
кеше. Был көндө республика халҡы
Башҡортостан Башлығын, ике округ
буйынса Дəүлəт Йыйылышы-Ҡо-
ролтай депутаттарын өҫтəмə һайла-
ны. Республика халҡына шулай уҡ
урындағы совет депутаттарын һай-
лау бурысы ҡуйылды. Ауыл советы
депутаттары иһə тиҙҙəн ауыл советы
хакимиəте башлыҡтарын һайлая-
Ҡалала һəм районда тауыш би-
реү көнө гөрлəп үтте, артабан да шу-
лай гөрлəшеп кенə йəшəрбеҙ, тигəн
ышаныстабыҙ. Һайлау көнөндə төр-
лө күңелле саралар ҙа уҙғарылды.
Шулай уҡ беренсе тапҡыр үҙҙəренең
гражданлыҡ бурысын үтəргə ки-
леүселəр өсөн бүлəктəр тапшырыл-
Һайлау комиссияһы төнө буйы
иҫəплəне һəм кисə, иртəнге сəғəт-
тəрҙə үк тауыш биреү һөҙөмтəлəре
билдəле лə булды. Радий Хəбиров
тауыш биреүҙə ҡатнашҡан һайла-
усыларҙың 82, 02% тауышын йый-
ып, еңеүгə өлгəште. Башлыҡ вази-
фаһына башҡа дəғүəселəр əллə ни
ҙур күрһəткестəргə өлгəшə алма-
ны. Төбəк компартияһы башлығы
Юнир Ҡотлоғужин 6,89% тауыш
менəн икенсе урынға сыҡты. Унан
ҡала либерал-демократ Иван Суха-
рев – 4,53%, «Ғəҙел Рəсəй»ле Юрий
Игнатьев – 1,23%, Зөлфиə Ғайси-
на – 1,53%, Рəфис Ҡадыров – 1,10%
тауыш йыйҙы. Ə инде Владимир
Барабашҡа 0,97%, Владимир Коб-
зевҡа 0,81% кеше тауыш бирҙе.
Радий Фəрит улы үткəн һай-
лауҙар буйынса үҙ фекерен əйт-
те. «Һайлауға килеүселəр һаны
71,83% тəшкил итте. Был респуб-
ликабыҙҙың 2 млн 100 мең халҡы.
Был һайлауға килеүселəр һаны
илебеҙҙəге иң юғары күрһəт-
кестəрҙең береһе булып тора.
Тауыш биреү процесы законға
ярашлы үтте. Минең өсөн тауыш
биргəнегеҙ, миңə ышаныс белдер-
гəнегеҙ өсөн рəхмəт. Был ышаныс
миңə генə түгел, ə барлыҡ коман-
дама. Алда беҙҙе бик ҡатмарлы,
бик яуаплы эш көтə. Халыҡ беҙгə
ышанды һəм беҙ ул ышанысты
аҡларға тырышасаҡбыҙ», - тине
ул. Радий Хəбиров шулай уҡ əлеге
көндə 2024 йылға тиклем Башҡор-
тостан үҫеше стратегияһы буйын-
са документ əҙерлəнеүе хаҡында
белдерҙе. Ул Рəсəй Президенты В.
Путиндың май указдарына һəм
милли проекттарға нигеҙлəнгəн.
Радий Фəрит улы тураһында
үҙҙəренең фекерҙəре менəн бүле-
өлкəһе, Төйлөгəн районы, Алла-
- Радий Хəбировтың еңеүен ишет-
кəс, ныҡ шатландым. Мин уның
лайыҡлы етəксе булырына ышанам.
Халҡыбыҙҙың ошондай улдарын
ҡəҙерлəргə һəм һаҡларға кəрəк.
Миңə Радий Фəрит улы менəн күре-
шеү бəхете тейҙе. Грамоталы кеше,
əйткəн һүҙендə тора белə. Үҙенең
тыуған яғы — Ишембай районын да
хəстəрлəй. Тыуған яғын онотмаған
кешегə ышанырға була. Ҡоролтайҙа
осрашҡан саҡта ла уның бер һора-
уҙан да ҡурҡмай, ҡасмай, тура яуап
биреүе оҡшаны. Шул уҡ ваҡытта
үҙенең хаталарын да таный белə.
Артабан да шулай матур, уңышлы
ялдағы уҡытыусы, Яманһары
- Радий Хəбировтың эшмəкəр-
леген гəзиттəн дə, телевизорҙан да
күҙəтеп барам. Уның тураһында күп
һөйлəй алам. Бик яҡшы кеше һəм
етəксе. Ҡасандыр үҙебеҙҙең Башҡор-
тостанда, республикабыҙҙың тəүге
Президенты Мортаза Рəхимов менəн
бергə эшлəгəн кеше. Беҙҙең барлыҡ
хəсрəтебеҙҙе лə, уңыштарыбыҙҙы ла
белə. Шулай уҡ Мəскəүҙə һəм башҡа
ерҙəрҙə эшлəп, арыу уҡ тəжрибə ту-
плаған. Телевизорҙан дебаттарын
ҡарап, уның шундай аҡыллы, сабыр
булыуына һоҡланып ултырҙым.
Шундай абруйлы итеп баҫып тора,
аҡыллы яуап бирə. Имен-һау ғына,
яҡшы итеп кенə эшлəренə ышанам.
Стəрлетамаҡ филиалы студенты:
- Радий Фəрит улы тыуған яғына
кире ҡайтҡас, ул нисек республика-
ның күп миллəтле халҡының етəк-
сеһе булыр икəн, тип уйланым. Бер
ай эшлəгəс тə, мин уның артынан
эйəрергə əҙер икəнемде аңланым.
Йəштəргə һəм уларҙың проектта-
рына, идеяларына ныҡ ҙур ярҙамы
һиҙелə. Республиканың йəштəр сəй-
əсəте ул килеү менəн иркен тын алып
ҡалды. Йəштəрҙең дə Радий Хəби-
ров өсөн икəнен белəм. Шəхсəн үҙем
тыуған яғына ҡайтып тəртип бул-
дырырға тырышҡан лидерыбыҙға
ҡулдан килгəнсə ярҙам итəсəкмен.
Радий Фəрит улы — йəштəрҙең ли-
деры һəм йəш быуын өсөн эталон.
Беҙ үҙебеҙ ҙə яҡшылыҡҡа ынтылы-
рға һəм власҡа Тыуған илебеҙҙе үҫ-
терергə ярҙам итергə тейешбеҙ!