Все новости
Һайлау
27 Сентября 2019, 12:40

Дүртәү китте, дүртәү килде, һигеҙ ҡалды

Башҡортостан Республикаһы Башлығына тауыш биреү көнөндә Көйөргәҙе районы халҡы ауыл советына депуттатар ҙа һайланы. Ул көндө һәр ауыл советына 10-шар депутат һайланды, ә һайланған депутаттар 18-ҙенән алып 24 сентябргә хәҙәр үҙҙәре араһынан киләһе 4 йыллыҡҡа ауыл советы хакимиәте башлыҡтарын һайланы. Ниһайәт, был аҙнала улар билдәле булды. Ҡайһы бер силсәүит башлыҡтары үҙ теләктәре менән урындарын бушатты, кемдәрелер юғарыраҡ вазифаға тәғәйенләнде һәм уларҙың урынына өр-яңы ауыл биләмәһе башлыҡтары килде.

Түбәндәге ауыл советы хакимиәте башлыҡтары үҙ вазифаларына ҡабаттан һайланды:

Бахмут ауыл советы — Нурия Нуриман ҡыҙы ШӘРИПОВА;

Отрада ауыл советы — Галина Владимировна МАЙОРОВА;

Мораптал ауыл советы — Аскар Исат улы КИНЖАЛИЕВ;

Керәүле-Илюшкин ауыл советы — Игорь Леонидович ВОРОШИЛОВ;

Таймаҫ ауыл советы — Ильяс Искәндәр улы ЮЛДЫБАЕВ;

Зәк-Ишмәт ауыл советы — Илшат Мәдиф улы ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВ;

Ермолаево ауыл советы — Роман Александрович БАРАНОВСКИЙ;

Яҡшымбәт ауыл советы — Юнир Ирек улы СЫНБУЛАТОВ.


Һеҙҙең ҡарамаҡҡа беҙ бөгөн силсәүит башлыҡтары вазифаһынан арынғандар һәм яңы ғына был урынға аяҡ баҫҡандарҙың фекерҙәрен, киләсәккә пландарын, теләктәрен тәҡдим итәбеҙ.


Сания Миңләхмәт ҡыҙы СӘЙЕТБАТТАЛОВА, Свобода ауыл советы хакимиәтенең элекке башлығы:

- 38 йыл Свобода ауыл советы хакимиәтендә эшләнем, шуның 14 йылы силсәүит башлығы вазифаһында. Ауыл советы хакимиәте етәксеһе эшен кемдәр был урында аҙмы-күпме эшләп ҡараған, шулар ғына аңлайҙыр. Уйлап ҡараһаң, һәр эштең үҙ ҡыйынлығы бар, әлбиттә. Нисек кенә ауыр булһа ла, бер ҙә генә үкенмәйем, үҙ эшемде һәр саҡ яратып башҡарҙым. Халыҡ мине, мин халыҡты аңлап, бергә-бергә татыу эшләнек. Һәр саҡ халыҡтың хөрмәтен тойҙом. Үҙем дә уларҙың барлыҡ наказдарын да ҡулымдан килгәнсе үтәргә тырыштым. Йәшем дә бара, һаулыҡты ла уйлап, шулай уҡ йәштәргә урын биреп, үҙ теләгем менән артабан был вазифала ҡалмаҫҡа ҡарар иттем. Бергә эшләгән коллегаларыма, депутаттарға, ауыл биләмәһе халҡына ҙур рәхмәт әйткем килә. Яңы килгән етәксе менән дә шулай татыу, берҙәм булырһығыҙ, тип ышанам. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған «Түкән» хужалығы рәйесе Сергей Лобановҡа айырым рәхмәтемде белдерәм. Беҙ уның менән бер-беребеҙҙе аңлап эшләнек. Бик күп йылдар бергә эшләгән район хакимиәтенең элекке башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа, яңы етәксе Юлай Талха улы Ильясовҡа ла рәхмәттәрем икһеҙ-сикһеҙ. Халыҡ та, район хакимиәте лә эштән китмәүемде һоранылар. Шулай ҙа үҙ ҡарарымды ҡабул иттем, йәштәргә юл бирәм. Планлаштырған эштәремдең барыһын да тиерлек башҡарып сыҡтым. Свобода ауылының 3 урамына ҡырсын түшәтеү өсөн республиканан аҡса бүленде, тик эш башлап ҡына өлгөрмәй ҡалдыҡ. ППМИ программаһы менән Кинйәабыҙҙа һыу торбалары алыштырыуҙы ла аҙағына тиклем еткереп өлгөрмәнем. Башҡа эштәрҙең барыһын да теүәлләнем. Тимербайҙар автобус туҡталышы һорағайны, уныһы ла эшләнде, Түкән клубының башы ябылды. Эшләнгән эштәр бихисап, һанап бөтөрлөк түгел. Урамдарҙы яҡтыртыу өсөн 1 млн һумдан ашыу аҡса алыр өсөн экспертиза үткәйнек, шул эште дауам итергә кәрәк булыр. Шулай уҡ Свобода ауылындағы һәйкәлдең плиталарын алыштырыуҙы хәстәрләр кәрәк буласаҡ. Яңы етәкселектең эштәрендә уңыштар теләйем. Бигерәк тә юл менән бәйле проблемаларға иғтибарлы булһындар.

Фәнис Мансур улы РАХМАНҒОЛОВ, Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Ауыл советы хакимиәте башлығы булып ике көн эшләп алдым инде. Ҡайһы бер нәмәләрҙе үҙемә билдәләп тә өлгөрҙөм. Хәҙер ауылдарға сығып, халыҡ менән, проблемалар менән яҡындан танышып сығырға тура килер. Миңә Сания Миңләхмәт ҡыҙы башлаған эште дауам итергә кәрәк буласаҡ. Ауыл биләмәһе етәксеһе эшенең бик еңелдән түгел икәнен электән белә инем. Мәктәп директоры булып эшләгән саҡтан уҡ Сания Миңләхмәт ҡыҙы менән һәр эште бергәләп эшләргә тура килде. Ул һәр ваҡыт халыҡ менән бергә булды. Мин дә уның кеүек үк һәр саҡ халыҡ менән бергә булырға, уларҙың барлыҡ проблемаларын булдыра алғансы хәл итергә тырышасаҡмын. Бар эштәрҙе ауыл советы депутаттары, ҡатын-ҡыҙҙар советы, старосталар, ветерандар советының ярҙамы менән башҡарырбыҙ, тип уйлайым. Бергә-бергә, татыу эшләгән саҡта, беҙ барыһын да булдырырбыҙ. Беҙҙең барыһы ла яҡшы булырына ышанам.

Әлфиә Мансур ҡыҙы ХАНБӘКОВА, Шәбағыш ауыл советы хакимиәтенең элекке башлығы:

- Ҡәҙерле ауыл биләмәһе халҡы! Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы вазифаһындағы эшем тамамланды. Эшләгән осорҙа иң тәүҙә һыу, юл, төҙөклөк, урамдарҙы яҡтыртыу, янғын хәүефһеҙлеге менән бәйле әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итергә тырыштым. Беҙ һеҙҙең менән бергәләп ППМИ программаһында ҡатнаштыҡ: яңы тракторлы булдыҡ, Шәбағыш ауылы клубына ремонт яһаныҡ, ауыл биләмәһендә кесе һәм уртаса эшҡыуарлыҡ үҫешһен өсөн шарттар булдырҙыҡ. Ветерандарҙы һәм оло йәштәгеләрҙе йыл да тәбрикләп торҙоҡ, һәр ауылда ветерандарға стеллалар ҡуйҙыҡ. Шулай уҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһын, һабантуйҙар, ауылдарҙың юбилейҙарын, милли байрамдарҙы даими рәүештә үткәрә килдек. Спортҡа айырым иғтибар бүленде. Бик күп эштәр башҡарылды, шулай булыуға ҡарамаҫтан, планлаштырған нәмәләрҙең барыһын да эшләргә, ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итергә өлгөрөп булманы. Яңы етәксе башланған эштәрҙе ошо темпта дауам итер, барыһын да булдырыр, тип ышанам. Ярҙам иткәнегеҙ, кәңәштәрегеҙ һәм тәнҡит һүҙҙәрегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт әйтәм. Бында алған эш тәжрибәмде хәҙер Көйөргәҙе районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһында ҡулланасаҡмын. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм тыныслыҡ теләйем!

Илшат Мидхәт улы РАХМАЕВ, Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Силсәүит эшенә башлы-көллө сумып та өлгөрҙөм инде. Халыҡ килә лә башланы, уларҙы ҡабул итәм. Ивановкала насос янған, әлеге ваҡытта шул мәсьәләне хәл итергә тырышып ятҡан көн. Көндәр һалҡынайҙы, йылытыу системаһын көйләп ебәреү эшен дә башҡарабыҙ. Ауыл советы хакимиәте башлығы эше миңә бер аҙ таныш. 85-90-сы йылдарҙа Холмогор ауыл советы секретары булып эшләп алдым. «Күмертау» совхозында агроном, профком рәйесе вазифаларын үтәнем. Ҡансырала АХК-ла рәйес булдым. Шуға күрә халыҡ менән эшләү тәжрибәм бар. Һуңғы йылдарҙа ғына әҙерәк ял итеп алдым, үҙемдең шәхси хужалыҡ менән генә шөғөлләндем. Шәбағыш биләмәһе халҡы мине, мин уларҙы яҡшы беләм. Халыҡ менән бергә-бергә, татыу эшләрбеҙ, тип ышанам. «Бергәләгән яу ҡайтарған», - тиҙәр бит әле. Ғөмүмән әйткәндә, силсәүит етәксеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй ул, эше сығып ҡына тора. Бер мәсьәләне хәл итеүеңә, сиратта әллә нисәүһе көтә. Шулай булғас, эшләргә лә, эшләргә, халыҡҡа яҡшы шарттар булдырырға тырышырға инде.

Евгений Дмитриевич АНДРЮШИН, Ленин ауыл советы хакимиәтенең элекке башлығы:

- Ауыл советы хакимиәте башлығы булып эшләүемә 1 сентябрҙә 17 йыл булды. Минең хеҙмәт кенәгәһендә 3 кенә яҙыу: 25 йыл Бөгөлсән мәктәбе уҡытыусыһы, әрме сафы һәм силсәүит башлығы. Силсәүит башлығы булып эшләү дәүерендә бик күп эштәр башҡарылды. Биләмәбеҙҙә ҡояш батареяһы ҡуйылды, шулай уҡ ҡырсынташ эшкәртеү заводы, бетон заводы эшләп килә. Ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән саҡта райондың барлыҡ учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тура килде. Район учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла рәхмәт. Бер ҡасан да улар мине, мин уларҙы ҡыйын хәлдә ҡалдырған саҡтар булманы. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләгән район хакимиәте башлыҡтары Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа, Юлай Талха улы Ильясовҡа рәхмәтлемен. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегаларым Эльза Сәмиғулла ҡыҙы Васильеваға, Сания Миңләхмәт ҡыҙы Сәйетбатталоваға рәхмәт әйткем килә. Яңы силсәүит башлығына уңыштар теләйем. Уның минән дә яҡшыраҡ эшләренә, ауыл билмәһен төҙөкләндереү, демографияны арттырыу өлкәһендә алға китештәр булырына ышанам. Бик күптәнән талап ителгән, көткән Бөгөлсән ауылындағы мәктәп һәм клубҡа капиталь ремонт эшләтеүгә ирешһә, бигерәк тә, яҡшы булыр ине.

Урал Самат улы ЯППАРОВ, Ленин ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Әле был эштәрҙең нескәлектәренә төшөнә генә башланыҡ. Ауылда проблемалар бер ҡасан да бөтмәй. Береһен хәл итһәң, икенсеһе сиратта көтөп кенә тора. Шуға күрә беҙҙең алда эшләйһе эштәр байтаҡ әле. Халыҡ миңә ышаныс белдереп, ошо вазифаға һайлап ҡуйған икән, мин уларҙың ышанысын аҡларға тейешмен. Бар нәмәне тик уларҙың мәнфәғәте өсөн эшләйәсәкмен. Ҡараңғы төндәрҙә ауыл буйлап рәхәтләнеп үтә алыр өсөн, урамдарҙағы уттарҙы һәр саҡ тәртиптә тоторға кәрәк буласаҡ. Бөгөлсәндең мәктәбе, клубына капиталь ремонт эшләтеүгә ирешергә кәрәк буласаҡ. Бөгөнгө көндә Мәмбәтҡолда фельдшер юҡ. Ошо проблеманы ла йырып сығыу юлдарын эҙләү эше менән шөғөлләнәсәкмен.

Тимур Насибулла улы ИҘРИСОВ, Илкәнәй ауыл советы хакимиәтенең элекке башлығы:

- Ауыл биләмәһен етәкләгән саҡта күп эштәр башҡарылды. Илкәнәйгә кергән юл 18 йылдан артыҡ эшләнмәй ята ине, шуны эшләтеп ҡуйҙыҡ. 20 йылдан ашыу Мәләүез йылғаһы аша күпер булманы, уны ла эшләттек. Юлды һаҡлап алып ҡалыу өсөн Илкәнәйҙә асфальт өҫтөн эшкәртеү эше башҡарылды, тирә-яғына ҡырсын түшәтелде. Илкәнәй - Йомағужа юлына ҡырсын түшәттек. Йомағужа ауылының яңы участкаларында йәшәүселәр светһеҙ, юлһыҙ, газһыҙ интекте. Свет үткәртеп өлгөрҙөм, юлға ҡырсын түшәү эше башланды. Ул урамға газ үткәреү өсөн проект төҙөү эшен башланым, яңы силсәүит башлығы дауам итер, тип ышанам. Шулай уҡ Йомағужа ауылы зыяратын заманса штакетниктар менән кәртәләп ҡуйҙыҡ. Йомағужа, Бәләкәй Муса ауылдарына ла асфальт түшәтеү планда бар ине, өлгөрә алмай ҡалынды. Бәләкәй Муса ауылында зыярат кәртәләнде, ФАП ремонтланды. 10 йылдан ашыу Сәскәле урамында юл булманы, шунда ҡырсын түшәтелде. Бөтә һыу башняларына электр һаҡлағысы ҡуйылды. Ул насостарҙы яныуҙан һаҡлай. Быны мин иң ҙур эштәрҙең береһе, тип иҫәпләйем, сөнки әйләнгән һайын насос алыштырып тороу күп финанс талап итә. Ауылдарҙағы һыу торбаларын ремонтлау эше даими рәүештә башҡарыла килде. Тағы ла иң ҙур эштәрҙең береһе — силсәүит буйынса 6 меңдән ашыу ағас ултыртыу. Әлеге көндә Илкәнәйгә кергән ерҙә 2 мең ярымы шаулап үҫеп ултыра. Шулай ҙа минең иң ҙур эшем — Илкәнәйҙә һөт заводы булдырыу менән бәйле. Был эш аҙағына тиклем еткерелмәне әлегә, сөнки бинаһы рәсмиләштерелмәгән. Халыҡ ауылда рәхәт йәшәһен, йәштәр ауылда ҡалһын тиһәң, иң тәүҙә уларға эш урындары, килем алырлыҡ шарттар булдырыу кәрәк. Һөт заводы халыҡ өсөн файҙалы булырына һәм был эште яңы силсәүит башлығы дауам итеренә ышанам. Бар нәмәне халыҡ өсөн эшләргә кәрәк. Халыҡ өсөн эшләү — ул байрамдарҙа сәскә бүләк итеү, һәйкәлдәргә сәскә һалыу ғына түгел. Иң тәүҙә халыҡтың тотороҡло килеме булһын өсөн тырышыу зарур. Йәштәр ауылда ҡалһын тиһәң, уларға барлыҡ шарттар тыуҙырыр кәрәк. Свет, газ, һыу булһын. Эшкә йөрөр өсөн йыл әйләнәһенә юлы тәртиптә булһын. Шул саҡта демография өлкәһендә лә алға китеш буласаҡ. Ауыл советы хакимиәтенең яңы башлығы ла ошо темпта һәм уны тағы ла арттырып эшләр, тип уйлайым. Уға уңыштар теләйем. Һөт заводы менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа, халыҡҡа файҙа килтерерлек тағы ла ниндәйҙер эштәр уйлап табырға кәрәклеге тураһында ла оноторға ярамай.

Рөстәм Миңлеян улы ВАХИТОВ, Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Яйлап ҡына эште башлап ебәрҙем. Тәүге эш көнөндә уҡ дауыл сығып, электр уты һүнде. Был мәсьәләне тиҙ генә хәл итергә өлгәштек. Әлеге көндә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнәбеҙ, юлдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау эше менән мәшғүлбеҙ. Бәләкәй Муса, Яңы Муса ауылдарында халыҡ менән өмәләргә сығып, ағас ултыртырға планлаштырабыҙ. Ҙур байрам — Республика көнө яҡынлаша. Был турала ла онотмайбыҙ, әҙерлек эштәре башланыҡ, йәрминкәләргә сығырға йыйынабыҙ. Халыҡ менән эшләү тәжрибәм етәрлек. Ҡасандыр ферма мөдире булып эшләнем, һуңынан үҙемдең фермер хужалығын булдырҙым. Халыҡ мине силсәүит башлығы итеп күрергә теләгән икән, мин уларҙың өмөттәрен аҡлап, тырышып эшләргә тейешмен тигән бурыс ҡуйҙым үҙемдең алдыма. Һәм ошо бурысыма тоғро хеҙмәт итәсәкмен.

Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: