Был партиялар үҙ исеменән депутаттарын Советҡа үткәрәсәк.
Берҙәм рәсәйлеләр 5 кешеһен, коммунистар 2 кешене, Жириновский яҡлылар – 2 һәм “ғәҙелдәр» 1 кешене.
Партия исемлеге буйынса еңгән депутаттар:
Гладилов Николай Николаевич,
Тунасов Фәнил Фәрит улы – коммунистар,
Чепик Алексей Анатольевич – ЛДРП,
Евченко Алексей Михайлович,
Нестеров Дмитрий Сергеевич,
Лихачева Татьяна Анатольевна,
Имәғилев Руслан Радик улы – «Берҙәм Рәсәй»,
Моратбаҡыева Маргарита Фәнит ҡыҙы – Ғәҙел Рәсәй.
Былары партия. Ҡала Советына һәммәһе 20 депутат, шуларҙы яртыһы бер мандатлы округтарҙан:
Цветков Александр Васильевич,
Шәмиғолова Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы,
Астахов Олег Анатольевич,
Лапин Анатолий Владимирович,
Хәйретдинов Ринат Ингел улы,
Тураева Светлана Марат ҡыҙы,
Ерофеева Светлана Николаевна.
Район да, ҡала ла үҙ киләсәген һайланы тип ҡабул итергә кәрәк был ваҡиғаны. Урындағы барлыҡ һорау-мәсьәләләрҙе (бюджетты ҡабул итеү, район башлығын һайлау, мәҫәлән) улар хәл итәсәк. Тиҙҙән тәүге ултырыштарында уҡ Советтың (депутаттар корпусының) рәйесе һайланасаҡ. Аҙаҡ район-ҡала башлыҡтарын, өҫтән күрһәтелгән тәҡдимдәр буйынса, ошо депутаттар һайлаясаҡ – Өфө икеме-өсмө кандидатура күрһәтә лә, шуларҙың береһен һайлап аласаҡтар һәм яңы башлыҡ менән артабан эшләргә контракт төҙөләсәк.
Материал тулы килеш (яңы депутаттар фекере менән) иртәгә гәзиттә була.