Все новости
Һайлау
15 Сентября 2020, 19:34

Күп итеп нимәлер һөйләп тороу яҙыҡ

Илшат ӘМӘКӘСОВ, Көйөргәҙе районы Советы депутаты:- Күп итеп нимәлер һөйләп тороу яҙыҡ, яңы ғына һайландым, был эшкә өйрәнәһе бар әле.

Илшат ӘМӘКӘСОВ, Көйөргәҙе районы Советы депутаты:
- Күп итеп нимәлер һөйләп тороу яҙыҡ, яңы ғына һайландым, был эшкә өйрәнәһе бар әле. Беренсенән, барлыҡ яҡташтарға, ышанып, минең өсөн тауыш биргәндәре өсөн рәхмәт. Яуаплылыҡты яҡшы тоям. Депутат булараҡ, тәү сиратта, үҙебеҙҙең яҡтағы проблемаларға иғтибар итергә ине. Беҙгә тиҙ арала яңы янғын һүндереү машинаһы кәрәк, һыу системалары ла ныҡ иҫкергән. Урындағы һәм район властары менән бергә, ошо эштәрҙе йырып сыға алһам, депутат булып юҡҡа һайланмағанмын тиер инем.
Читайте нас: