Маргарита МОРАТБАҠЫЕВА, Күмертау ҡалаһы Советы депутаты:
- Ҡала Советы депутатына кандидатурамды сығарырға беҙҙең ҡалала йәшәүсе дуҫтарым һәм таныштарым этәрҙе. Сөнки барыһына ла билдәле булыуынса, бындай ижтимағи эштәр миңә күптән яҡын. 2009 йылдан алып Ғәҙел Рәсәй фирҡәһе вәкилемен, шулай уҡ ошо ваҡыт арауығында булған барлыҡ кимәлдәге һайлауҙарҙа һайлау алды кампанияларында кандидаттарҙы әҙерләүҙә даими ҡатнашып барҙым. Күмертау минең өсөн тыуып-үҫкән ер, шуға бындағы мәсьәләләрҙе ишетеп кенә белмәйем. Миңә яҡын булған халыҡ - күршеләрем, партия буйынса фекерҙәштәрем, бергә уҡыған иптәштәрем,туғандарым - ундай ҙур ышаныс бағлағас, мин был аҙымға аңлы рәүештә баҫтым. Баш-баштаҡланып үҙем алдан ынтылып түгел, ә халҡым ышанысы менән сыҡҡас, һайлауҙарға тиклем тыныс инем. Ә бына бөгөн, һөҙөмтәләр иғлан ителгәс, һайланғас, ниндәйҙер тулҡынланыу тойғоһо бар. Бәлки, барыһының мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, ҙур яуаплылыҡҡа эйә булыуҙандыр. Булған тәжрибә, белем һәм контакттарҙы ҡулланып, ҡала һәм халыҡ өсөн барыһын да ваҡытында һәм тейешле рәүештә башҡарырға тырышасаҡмын. Беҙҙең партияны күптәр оппозиция тип иҫәпләй, әммә икенселәр ҡараштары һәм ҡарарҙары халыҡҡа ҡарата ғәҙел икән, беҙ, әлбиттә, ҡаршы түгелбеҙ. Ҡала Советының яңы составы барыбыҙ өсөн дә ыңғай үҙгәрештәр килтерер, ҡала хакимиәте етәкселәренең халыҡ менән берҙәм булыуҙарында ҙур йоғонто яһар, тигән ышаныстамын.