Все новости
Һайлау
15 Сентября 2020, 13:00

Яуаплылыҡтан ҡурҡмайым

Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы Советы депутаты:- Депутатлыҡҡа үҙ кандидатурамды күрһәтеүгә мин аңлы рәүештә барҙым, сөнки, нисек кенә юғары пафос булып күренмәһен, тыуған ҡалама, унда йәшәгән кешеләргә файҙа китерергә теләйем.

Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы Советы депутаты:
- Депутатлыҡҡа үҙ кандидатурамды күрһәтеүгә мин аңлы рәүештә барҙым, сөнки, нисек кенә юғары пафос булып күренмәһен, тыуған ҡалама, унда йәшәгән кешеләргә файҙа китерергә теләйем. Бының өсөн минең тәжрибәм дә, белемем дә етерлек. Үҙемде белә белгәндән бирле Күмертауҙа йәшәйем. Шуға күрә лә ҡаланың үткән тарихын да, бөгөнгөһөн дә, уның проблемаларын да яҡшы беләм.
Депутат булыу, әлбиттә, кеше өсөн яуаплылыҡ өҫтәй. Мин яуаплылыҡтан ҡурҡҡан кеше түгел. Үҙемдең әйткәндәремде тормошҡа ашырыр өсөн бар көсөмдө, һәләтемде бирергә әҙермен. Оло йәштәгеләрҙең дә, миңә ышаныс белдергән йәштәрҙең дә өмөттәрен аҡлармын, тип уйлайым. Ләкин бының өсөн бергәләшеп, кәңәш ҡороп эшләргә кәрәк.
Мин үҙемдең һайлаусыларым менән йыш осрашып, барлыҡ булған мәсьәләләрҙе лә улар менән бергә эшләргә тейешмен. Сөнки бары шул саҡта ғына һәр бер һайлаусыға реаль ярҙам ҡулы һуҙып булғанлығын яҡшы аңлайым.
Беҙҙең яратҡан Күмертауыбыҙҙа йәшәгән һәр кеше, оломо ул, йәшме, ябай эшсеме, студентмы, хеҙмәт кешеһеме, лайыҡлы тормошҡа хаҡлы. Алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешеү өсөн уларҙың барыһының да тауыштарын ишетергә тырышырмын.
Минең бер нисә проектым бар, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн һәр милләт вәкиленең мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре иҫәпкә алынырға тейеш. Башҡорт телен һаҡлау, уны киңерәк даирәлә ҡулланыуҙы булдырыу ҙа төп йүнәлештәрҙең береһе булыр, тип уйлайым.
Кемдәр минең өсөн уҙған һайлауҙарҙа үҙ тауышын биргән, барыһына ла оло рәхмәтемде һәм йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәремде еткерәм.
Читайте нас: